Вирустар туҙанға эләгеп, һулыш юлдары аша организмға инә. Шуға күрәөй эсен һәр саҡ таҙалыҡта тоторға кәрәк. Ҡулды һабын менән йыш йыуып торған кешегә вирустар аҙыраҡ эләгә. Аҙнаға бер тапҡыр булһа ла, бөтә тәнде йыуыу мотлаҡ. Йыуынғанда ҡулланылған әйберҙәр уртаҡ булырға тейеш түгел. Теш щёткаларын бер-береһенә терәтеп тотмағыҙ. Танау эсен аш тоҙо иретмәһе менән йыуҙырып, һулыш юлдарын вирустарҙан һаҡлау әмәле бар. Быны табип менән кәңәшләшеп кенә башҡарығыҙ. Дүрт ҡатлы марлянан яһалған битлек менән ауыҙ-морондо ҡаплап йөрөүһауа һәм һулыш юлдары аша йоғоусан сирҙәрҙән һаҡлай. Кеше күп булған урындарҙа грипп, киҫкен респиратор ауырыу, вируслы киҫкен инфекция йоғоу ихтималлығы арта. Уйлағыҙ, күп кеше сирләп, эпидемия иғлан ителгәндә, театрға йә иһә мәжлестәргә йөрөү кәрәкме икән? Һаҡланам, тип, табип менән кәңәшләшмәйенсә, аптеканан витаминдар алырға ашыҡмағыҙ. Дөрөҫ туҡланғанда улар былай ҙа аҙыҡ менән тейешенсә инә. Шулай ҙа иммунитетты нығытыу өсөн табип тарафынан витаминдар бирелеүе мөмкин.