Бөтә яңылыҡтар

АҠБУР АШАЙҺЫҢМЫ?

#халыҡ_медицинаһы– Һуңғы ваҡытта аҡбур ашағым килә башланы. Ашай башлаһам, туҡтай алмайым. Уның зыяны бармы?– Аҡбурға тартылыу...

- Һуңғы ваҡытта аҡбур ашағым килә башланы. Ашай башлаһам, туҡтай алмайым. Уның зыяны бармы?
- Аҡбурға тартылыу күп ваҡыт йөклө ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм үҫмерҙәрҙә күҙәтелә. Ул организмға кальций һәм Д витамины етмәү менән бәйле. Был осраҡта рационға балыҡ, һөт ризыҡтары индерегеҙ. Әммә аҡбур ашарға теләк анемия, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге боҙолоуҙан да булыуы бар. Тикшеренергә кәрәк. Аҡбур 98% кальций карбонатынан тора, составына магний карбонаты, метал оксидлары инә. Ул ҡанда тимер миҡдарын күтәрмәй, шуға ла анемиянан тилмереүселәргә файҙаһы юҡ. Мәктәптәге аҡбурға, ныҡ булһын өсөн, гипс, елем ҡушалар. Төҙөлөш аҡбурында зыянлы ҡатнашмалар күп. Тәбиғи аҡбурҙы һәр ваҡытта ла табып булмай. Шуға ла, аҡбур ашарға теләгегеҙ көслө булһа, дарыухананан кальций клюконаты йәки башҡа кальцийлы препараттар алырға кәңәш ителә.
ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫН ҠУЛЛАНҒАНСЫ, ТАБИПТАР МЕНӘН КӘҢӘШЛӘҮЕҮ ЗАРУР!
Читайте нас: