Нимә ул ишетеү һәләтен юғалтыу?
Ғәҙәти кеше ишеткәнде ишетә алмаған кеше ишетеү һәләтен юғалтыуҙан яфалана. Ул төрлө ауырлыҡта була.Мәҫәлән, ишетеү һәләтен еңелсә юғалтҡан кешегә шаулы урында әңгәмәсеһен ишетеү ҡыйын була. Уртаса ауырлыҡта булһа, ул кеше тик ҡысҡырып һөйләгәнде генә ишетә, аңлай. Ишетеү һәләтен юғалтыуҙың ауыр формаһы менән яфаланыусы иһә янында ғына булған көслө тауышты ла ишетмәй.
Ишетеү һәләтен юғалтыуҙың билдәләре
Түбәндәге билдәләр тап килә икән, тимәк,балағыҙҙың ишетеү һәләте шик тыуҙырырыға тейеш:
Һөйләгәнегеҙҙе насар аңлаһа; Теле асылыу тотҡарланһа, йә тел үҫеше боҙолһа; Ҡолағы ауыртыуға, йә тоноуға зарланһа. Әңгәмәсенән ҡабатлап һораһа; Радиотыңлағанда, телевизор ҡарағанда, тауышын көсәйтһә; Әңгәмәләшкәндә бәйләнеште юғалтһа; Янындағылар ныҡ ҡысҡырып һөйләйһең тип шелтәләһә, был – ишетеү һәләте кәмеүенә ишара. Ишетеү һәләтен юғалтыуҙы иҫкәртеү
Был кәңәштәр барыһына ла ҡағыла:
Ҡолағығыҙға бер ниндәй ҙә предметтар тыҡмағыҙ.
Тауыш көслө булғанда ҡолаҡты ҡаплағыстар менән ҡулланығыҙ.
Ҡолағығыҙ борсоһа, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Дарыу ҡабул итһәгеҙ,уларҙың ишетеү һәләтенә тәьҫир итмәгәнлегенә инанығыҙ.
Ишетеү һәләтегеҙҙе тикшертеп тороғоҙ.
Ишетеү аппараты ҡулланыу талап ителһә, ҡушылғанды тейешенсә үтәгеҙ.
Ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр өсөн кәңәштәр
Баланың ҡолағына, хатта таҙартыу маҡсаты менән дә, төрлө предметтар тыҡмағыҙ.
Бала ҡолаҡ ауыртыуына, йә тоноуына зарлана икән, йә ҡолағынан бүлендектәр сыҡһа, уны кисектермәҫтән табипҡа алып барығыҙ.
Бысраҡ һыу ятҡылыҡтарында һыу инергә рөхсәт итмәгеҙ.
Баланы туҡмамағыҙ, һуҡмағыҙ!
Балаларҙың ҡолағын көслө шау-шыуҙан һаҡлағыҙ.
Балаларҙы аудиоҡоролмалар менән хәүефһеҙ ҡулланырға өйрәтегеҙ.
Социаль хеҙмәткәрҙәргә кәңәш
Һаңғырауланыу проблемаһын өйрәнегеҙ һәм ҡолаҡтарҙы тәрбиәләү һәм ишетеү һәләтен һаҡлау тураһындағы мәғлүмәтте таратығыҙ.
Ҡолаҡтар ауыртҡанда ҡайҙа мөрәжәғәт итеү кәрәклеген белегеҙ һәм был хаҡта мәғлүмәт таратығыҙ.
Ҡолаҡтары ауыртҡан, йә унан бүлендектәр сыҡҡандарҙы табипҡа йүнәлтегеҙ.
Ишетеү аппараттары менән эш итергә өйрәнегеҙ һәм мохтаждарҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәтегеҙ, ярҙам итегеҙ.
Һаңғырауҙарға ымлау телен ҡулланырға өйрәтегеҙ.
Уҡыусының дәрестәге иғтибарһыҙлығы ишетеү һәләтен юғалтыуға бәйле булыуы мөмкин. Уйлағыҙ, бәлки уның ата-әсәһенә баланың ҡолағын тикшертергә кәңәш бирерһегеҙ.
Уҡыусыларға ишетеү органын һаҡлау, ҡолаҡтарҙы теләһә ниндәй предметтар тығыуҙан, көслө тауыш, музыканан һаҡлау тураһында һөйләгеҙ.
Уҡыусы ҡолағы һыҙлауға йә унан бүлендек сығыуға зарланһа, уны шунда уҡ табипҡа йүнәлтегеҙ.