Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл

Республикала сирлеләр бармы, ни өсөн дауаханаларҙа битлектәр юҡ һәм улар ярҙам итәме? Өфөлә коронавирусҡа бәйле хәлгә арналған ҙур матбуғат конференцияһы уҙҙы. Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы, Роспотребнадзор етәксеһе, Өфөнөң йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы, Гигиена һәм профилактика үҙәге вәкилдәре яуап бирҙе. Тулыһынса сайтта уҡығыҙ.

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл. Республикала сирлеләр бармы, ни өсөн дауаханаларҙа битлектәр юҡ һәм улар ярҙам итәме?
Өфөлә коронавирусҡа бәйле хәлгә арналған ҙур матбуғат конференцияһы уҙҙы. Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы, Роспотребнадзор етәксеһе, Өфөнөң йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы, Гигиена һәм профилактика үҙәге вәкилдәре яуап бирҙе.
Беҙ төп һарауҙарға яуаптарҙы бер урынға тупланыҡ. Ҡыҫҡаса:
-Өфөлә/Башҡортостанда ошо ауырыуҙы йоҡтороусылар бармы?
Бөгөнгә (13 мартҡа) республикала бер осраҡ та теркәлмәгән! Әлеге ваҡытта сит илдәрҙән ҡайтҡан 311 кеше күҙәтеү аҫтында, 481 кеше иҫәптән төшөрөлгән (уларҙа вирус раҫланмаған). Өфө һәм республика дауаханаларында – 34 кеше.
13 мартҡа тиклем киң мәғлүмәт сараларында яҙылған барлыҡ осраҡтар раҫланмаған.
- Башҡортостанда ҡайҙа коронавирусҡа тикшереү үтергә мөмкин?
Өфөлә бер лаборатория эшләй. Тикшереү 4-8 сәғәт дауам итә, уға табип ҡына йүнәлтмә бирергә мөмкин.
-Ни өсөн дарыуханаларҙа битлектәр юҡ, ғөмүмән, улар ярҙам итәме һуң?
Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак һүҙҙәренсә, битлектәр ярҙам итә, тик уларҙы дөрөҫ ҡулланырға - танауҙы, ауыҙҙы ябырға, сәғәт ярым үткәс, алмаштырырға кәрәк. Битлекте мамыҡ-марля бәйләмесенән дә яһап алырға мөмкин. Уны өс сәғәткә тиклем кейеп йөрөргә, һуңынан йыуып, йәнә кейергә ярай.
Хәҙер битлектәргә ҡытлыҡҡа килгәндә. Беҙ 9 дарыуханаға инеп сыҡтыҡ, уларҙың береһендә лә битлектәр юҡ. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, дәүләт дарыуханаларында 1 миллион дана битлек запасы булған, ләкин улар тиҙ генә һатылып бөткән. Ә киләһе аҙнала «Башфармация» дарыуханаларына 20 мең дана килтерелә, һәм бер аҙнанан тағы шундай уҡ партия.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы табиптарға һәм сир йоҡторғандарға ғына битлек кейергә кәңәш бирә (вирус таралмаһын өсөн).
-Әгәр коронавирус теркәлгән илдән ҡайтҡанһығыҙ икән, нимә эшләргә?
Өйгә участка табибын йәки ашығыс ярҙам саҡыртырға, ҡасан, ҡайҙан ҡайтыуығыҙҙы хәбәр итергә һәм 14 көн өйҙә ултырырға. Фатирҙа һеҙҙең менән бергә бер нисә кеше йәшәһә, һеҙгә айырым һауыт-һаба, түшәк кәрәк-ярағы, таҫтамал тоторға кәрәк.
Һеҙгә айырым бүлмә булмаһа, республика һеҙгә урын бирә. Нижегородка биҫтәһендә, мәҫәлән, «Родник здоровья» профилакторийында обсерватор булдырылған. Әлеге ваҡытта ул файҙаланылмай.
-Коронавирустан вакцина бармы?
Юҡ. Бының менән юғары кимәлдә шөғөлләнәләр, ләкин ваҡыт кәрәк.
-Был хәлдең ҡасан тамамланырына фараз бармы?
Аныҡ фараздар юҡ.
-Минең һорауым бар
13 марттан Башҡортостанда коронавирус буйынса ҡыҙыу бәйләнеш эшләй башланы. Телефон: +7 (347) 286 58 27
Йәки Роспотребнадзор сайты: http://bit.ly/procovid19. Унда сир билдәләре һәм иҫкәртеү саралары яҙылған.
Читайте нас: