Ни өсөн ишек тотҡостары, йәмәғәт транспортындағы таянғыстар – иң бысыраҡ предмет тип һанала? Сөскөргәндә ни өсөн битте ус менән түгел, ә терһәк менән ҡапларға кәрәк? Әгәр битлектәр вируслы һауанан ҡотҡармай икән, уларҙың файҙаһы ниҙә?
Рәсәйҙең коронавирус буйынса оператив штабы хәбәр итеүенсә, 26 мартта илдә бөтәһе 840 кешелә СОVID-19 вирусы раҫланған. Аҙаҡҡы тәүлек эсендә генә 182 гражданда теркәлгән. Күреүебеҙсә, вирус көндән-көн геометрия прогессияһы буйынса тарала. Быға кешеләрҙең вайымһыҙлығы, яуапһыҙ ҡарашы ғәйепле. Өфөлә оло йәштәгеләрҙең битлек кеймәй йөрөүе, бәғзеләренең үткенселәргә “Мин өйҙә ултырырға “слабак” түгел” тип яуаплауы таң ҡалдыра.
Хроник сирҙәре булмаған йәштәргә, балаларға вирус үлемесле тәьҫир итмәй. Әммә улар уны уйламаҫтан йоҡтороп алып ҡайтып, оло йәштәге туғандарына “тапшырыуҙары” бар. Иң ҡурҡынысы –карантин тип, йәштәрҙең оло йәштәге ата-әсәләре эргәһенә ауылға ҡайтыуы.
.
1.Ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға.
Әгәр эргәгеҙҙә берәйһе сөскөрһә, йүткерһә, әгәр хатта ябай грипп менән сирләгән танышығыҙ менән күрешһәгеҙ ҙә, мотлаҡ рәүештә ҡулды һабынлап йыуырға кәңәш ителә. Шулай уҡ урамда (йәмәғәт урындарына) булғандан һуң, ашарға бешерер алдынан һәм бешергәндән һуң (айырыуса ит, балыҡ менән булышҡандан һуң), хайуандарҙы тотһағыҙ – ҡулды ике-өс ҡат һабынлап йыуырға кәрәк.
2. Ҡул бирешеү – яҡшы тон, тик әлеге ситуацияла түгел!
Ир-егеттәргә был ҡағиҙә айырыуса ныҡ ҡағыла – кеҫәгеҙҙә антисептик йөрөтөгөҙ! Әгәр ҙә яңылыш ҡына танышығыҙ менән ҡул биреп һаулыҡ һорашһағыҙ, йәһәт кенә дезинфекциялап алыуға был бик уңайлы. Кем белә, бәлки ул биш минут элек кенә ҡулы менән битен ҡаплап, сөскөргәндер?! Шулай уҡ урамдан ингән кеше менән ҡосаҡлашырға ла кәңәш ителмәй.
Көн йылы булһа ла, бирсәткәһеҙ йөрөмәгеҙ. Айырыуса йәмәғәт транспортындағы таянғыстарҙы (поручни) тотҡанда ҡулда мотлаҡ бирсәткә булыуы мөһим. Әгәр яҙғы-көҙгө бирсәткәләрҙә ҡулға эҫе булһа, бер тапҡыр кейелә торған медицина бирсәткәләрен һатып алығыҙ. Йәмәғәт урындарындағы тотҡостарҙы бер кем дә сәғәт һайын антисептик менән һөртөп тормай. Шулай уҡ ишек тотҡалары, баҫҡыс яңдауырҙары (перила) һәм лифт төймәләре лә вирус, бактерия һәм микробтарға бай урын. Лифтҡа ингәс, бармаҡ менән түгел, ябай ҡәләм йәки ручка менән төймәгә баҫырға кәңәш ителә. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайбыҙ – вирус предметтарҙа 9 тәүлек самаһы йәшәй ала. Ҡулығыҙ яланғас булһа, ишектәрҙе иңбаш менән этеп асырға тырышығыҙ.
Асыҡ һауала булған әйберҙе өйгә алып ҡайтҡас та һабынлап, һис юғында йылы һыу менән йыуып алырға онотмағыҙ.
4. Битегеҙгә теймәгеҙ!!!
Кеше көнөнә битенә яҡынса 2 мең тапҡыр ҡулы менән ҡағыла – күҙен һөртә, танауын тота, тырнай, аҙыҡты ҡулы менән тотоп ашай, һ.б. Күҙ, танау, ауыҙ аша вирус йоға ла инде. Әлбиттә, үҙеңде һәр ваҡытта контролдә тотоп булмай, шуға һәр ваҡыт ауыҙ-танауҙы битлек менән ҡаплап йөрөргә кәрәк.
Дарыуханаларҙа медицина битлектәре юҡ тиерлек. Оҫта ҡуллы хужабикәләр социаль селтәрҙәрҙә ҡулдан тегелгән сағыу төҫтәге, күп тапҡыр ҡулланырға яраҡлы битлектәр тегеп һата. Улар ана шул биткә бысраҡ ҡул менән тейеүҙән һаҡлай ҙа инде.
5. Бүлмәләрҙе елләтергә онотмағыҙ.
Өйҙә лә, автомобилдә булғанда ла тәҙрәләрҙе асып, һауаны елләтеп алырға кәрәклеге тураһында хәтерҙә тотоғоҙ. Һауа алмашынмаған урында микробтар, бактериялар һәм әлеге лә шул вирустарҙың концентрацияһы юғары була.
6. Ҡағыҙ, ҡоро йәки еүеш салфеткалар тураһында.
Белгестәр хәбәр итеүенсә, сөскөргәндә, йүткергәндә битте салфетка менән ҡапларға кәрәк (ҡороһо ла, еүеше лә ярай). Ҡулланылған салфетканы яҡындағы сүп-сар һауытына ташларға ғына ҡала. Әгәр ҙә бер ниндәй ҙә салфетка булмаһа, сөскөргән йәки сәсәгән саҡта битте ус менән түгел, ә терһәк менән ҡапларға кәрәк (ус менән тотһаҡ, ундағы вирустар ауыҙ, танау аша эскә инә). Кешенең төкөрөгө 2 метрға тиклем арауыҡҡа сәселә. Йәмәғәт урындарында төкөрөнөргә ярамай – был әҙәпһеҙлек билдәһе генә түгел, вирус таратырға маташыу кеүек күренә.
7. Медицина битлектәре вирустан һаҡламай...
Бөтөн донъяла иң дефицит тауар булыуына ҡарамаҫтан, был факт – факт булып ҡала бирә. Рединг университеты профессоры Саймон Кларк әйтеүенсә, коронавирус өлөшсәләре бик ваҡ, улар һатыуҙа булған ябай битлек фильтрҙары аша һис ҡаршылыҡһыҙ үтә ала. Профессорҙың фекере менән башҡа ғалимдар ҙа килешә.
Ә шулай ҙа медицина битлектәре кейергә кәрәк. Ауырыуҙарға ла, һау кешеләргә лә. Сирле кеше сөскөргән сағында битендә битлек булһа, уның төкөрөгө сәсрәмәй – тирә-яғындағыларҙы ул шул рәүешле бер ни тиклем ҡотҡарып ҡала. Ә һау кешеләрҙе битлектәр, алда әйтеп үтеүебеҙсә, йәмәғәт урындарында булғанда яңылыш ҡул менән биткә тейеүҙән һаҡлай.
Дуҫтар! Ошо ҡағиҙәләрҙе күҙ уңында тотһағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла ҡурҡыныс вирустан йолоп ҡала алырһығыҙ. Шуны ла онотмағыҙ: өйҙән сыҡмаҫҡа тырышығыҙ!