Бөтә яңылыҡтар

ПОЛИКЛИНИКА ЭШЛӘЙ!

Хөрмәтле төркөмдәштәр!Халыҡ араһында район дауаханаһы карантинға ябылыуы хаҡында хәбәр таралды. Был хәбәр ысынмы тигән һорау менән беҙгә лә мөрәжәғәттәр булды.Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Денис Александрович Ғәбәүтдиновтан алған мәғлүмәт буйынса, кисә, 16 апрелдә поликлиникала санитар эшкәртеү, тулыһынса дизенфекциялау үткәреүгә бәйле, пациенттар ҡабул ителмәгән. Бөгөндән ул штаттағы режимға ярашлы эшләүен дауам итә. Шулай ҙа киҫкен осраҡ булмаһа, дауаханаға барыуҙы кисектереп тороу яҡшыраҡ булыр.Райондаштар! Зинһар социаль селтәрҙә таралған ялған яңылыҡтарға ышанып, паникаға бирелмәгеҙ! Рәсми сайттарҙы ҡарағыҙ! Икеләнәһегеҙ икән – беҙгә яҙығыҙ, етәкселәргә мөрәжәғәт итеп, дөрөҫ мәғлүмәтте еткерербеҙ.

Хөрмәтле төркөмдәштәр!
Халыҡ араһында район дауаханаһы карантинға ябылыуы хаҡында хәбәр таралды. Был хәбәр ысынмы тигән һорау менән беҙгә лә мөрәжәғәттәр булды.
Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Денис Александрович Ғәбәүтдиновтан алған мәғлүмәт буйынса, кисә, 16 апрелдә поликлиникала санитар эшкәртеү, тулыһынса дизенфекциялау үткәреүгә бәйле, пациенттар ҡабул ителмәгән. Бөгөндән ул ғәҙәттәге режимға ярашлы эшләүен дауам итә. Шулай ҙа киҫкен осраҡ булмаһа, дауаханаға барыуҙы кисектереп тороу яҡшыраҡ булыр.
Райондаштар! Зинһар социаль селтәрҙә таралған ялған яңылыҡтарға ышанып, паникаға бирелмәгеҙ! Рәсми сайттарҙы ҡарағыҙ! Икеләнәһегеҙ икән – беҙгә яҙығыҙ, етәкселәргә мөрәжәғәт итеп, дөрөҫ мәғлүмәтте еткерербеҙ.
Читайте нас: