Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
18 Апрель 2020, 19:00

Һаулығың - байлығың

Ыҙалатһа бауырыңМайлы, тоҙло, әсене, ҡыҙҙырылғанды яратыусылар аҙаҡҡа табан һаулығына зарлана башлай бит. Мин дә шулай тәмле ашай торғас, бауыр ыҙалата башланы бит бер мәл. Организмды таҙарта торған рецептар күп, тик йыбандыра эшләргә. Шунан быйыл ҡыш үҙемде ҡулға алып бауырҙы таҙартып ҡарарға булдым. Бер гәзиттән еңел рецебын да таптым. Аптеканан һатып алынған һолоно, өс литрлыҡ банкаға оло ҡалаҡ менән бер аш ҡалағы йыуып һалып, (өйөп һалып, йыуғанда өҫкә йөҙөп сыҡҡан буштарын түгәм, тултырып һыу ҡойорға. Һыулы банканы ҙур кәстрүлгә һыу һалып шунда ҡуйып, ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнап ултырғанда тәүҙә һоло өҫкә ҡалҡа, аҙаҡ ҡайнай-ҡайнай аҫҡа төшөп ултыра. Шунан банканы алып, һыуытып, һөҙөргә кәрәк. Был төнәтмәне көн һайын ас ҡарынға бер сынаяҡ эсергә кәрәк. Һыуытҡыста һаҡлайым. Ике банка эскәндән һуң, өс аҙна ял итергә, аҙаҡ тағы берҙе ҡабатларға. Мин шулай итеп эсә башлағандан һуң, күҙ теймәһен, хәлем күҙгә күренеп яҡшырҙы. Атлаған саҡта ла әсетеп ауыртҡан бауырым баҫылды, хәҙер ауыртмай, хәл инеп китте, ойоған ҡул-бармаҡтарымды бөтөнләй оноттом. Үҙәк көйөү, туҡтауһыҙ кикереү кеүек нәмәләр ҙә юғалды. Майлыны ашаһам – төнөн ауырый торғайным, Аллаға шөкөр, тәмләп кенә, әҙләп майлыны ла ашайым. Хәҙер үҙем икенсе банканы эсеп бөтөп киләм, башҡаларға ла ҡайнатып биреп, ҡарап эсерер кәрәк. Әйтмәһәң эсергә оноталар бит. Бына шулай, һаулыҡ үҙебеҙҙең ҡулда. Теләһәк һауығабыҙ, теләмәһәк, йыбанһаҡ, ауырып тик ятабыҙ инде.Яҙырға онотҡанмын, эс ҡаталау проблемаһы бар инҽ, момент яйға һалынды, йомшартам, тип көн дә йәшелсә генә лә ашап булмай, үҙҽ бер бәлә ине. Шунан бит тиреһенең ала-сола булып торған төҫөн тигеҙләй, матурлай.Рәзилә Ямалеева сәхифәһенән.

Майлы, тоҙло, әсене, ҡыҙҙырылғанды яратыусылар аҙаҡҡа табан һаулығына зарлана башлай бит. Мин дә шулай тәмле ашай торғас, бауыр ыҙалата башланы бит бер мәл. Организмды таҙарта торған рецептар күп, тик йыбандыра эшләргә. Шунан быйыл ҡыш үҙемде ҡулға алып бауырҙы таҙартып ҡарарға булдым. Бер гәзиттән еңел рецебын да таптым. Аптеканан һатып алынған һолоно, өс литрлыҡ банкаға оло ҡалаҡ менән бер аш ҡалағы йыуып һалып, (өйөп һалып, йыуғанда өҫкә йөҙөп сыҡҡан буштарын түгәм, тултырып һыу ҡойорға. Һыулы банканы ҙур кәстрүлгә һыу һалып шунда ҡуйып, ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнап ултырғанда тәүҙә һоло өҫкә ҡалҡа, аҙаҡ ҡайнай-ҡайнай аҫҡа төшөп ултыра. Шунан банканы алып, һыуытып, һөҙөргә кәрәк. Был төнәтмәне көн һайын ас ҡарынға бер сынаяҡ эсергә кәрәк. Һыуытҡыста һаҡлайым. Ике банка эскәндән һуң, өс аҙна ял итергә, аҙаҡ тағы берҙе ҡабатларға. Мин шулай итеп эсә башлағандан һуң, күҙ теймәһен, хәлем күҙгә күренеп яҡшырҙы. Атлаған саҡта ла әсетеп ауыртҡан бауырым баҫылды, хәҙер ауыртмай, хәл инеп китте, ойоған ҡул-бармаҡтарымды бөтөнләй оноттом. Үҙәк көйөү, туҡтауһыҙ кикереү кеүек нәмәләр ҙә юғалды. Майлыны ашаһам – төнөн ауырый торғайным, Аллаға шөкөр, тәмләп кенә, әҙләп майлыны ла ашайым. Хәҙер үҙем икенсе банканы эсеп бөтөп киләм, башҡаларға ла ҡайнатып биреп, ҡарап эсерер кәрәк. Әйтмәһәң эсергә оноталар бит. Бына шулай, һаулыҡ үҙебеҙҙең ҡулда. Теләһәк һауығабыҙ, теләмәһәк, йыбанһаҡ, ауырып тик ятабыҙ инде.
Яҙырға онотҡанмын, эс ҡаталау проблемаһы бар инҽ, момент яйға һалынды, йомшартам, тип көн дә йәшелсә генә лә ашап булмай, үҙҽ бер бәлә ине. Шунан бит тиреһенең ала-сола булып торған төҫөн тигеҙләй, матурлай.
Рәзилә Ямалеева сәхифәһенән.