28 апрелгә оператив мәғлүмәттәр буйынса, хәҙер Башҡортостанда 631 сирле иҫәпләнә. Бер тәүлектә улар 61 кешегә артҡан.
Республикала 631 ауырыуҙың 80-е һауыҡҡан, 14-е үлгән, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә бөтәһе 6411 яңы коронавирус осрағы раҫланған, 72 үлем осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә 1110 кеше һауығып сыҡҡан.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 93558 кеше коронавирус йоҡторған, уларҙың 8456-һы һауыҡҡан, 867-һе вафат булған.
28 апрелгә ҡарата, ил төбәктәрендә 3,13 миллиондан ашыу кешегә яңы коронавирус инфекцияһына тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә коронавирусҡа 120-гә яҡын тест эшләнгән.