Тубыҡланып йөрөүҙең бер кемгә лә зыяны юҡ, шунлыҡтан уны һәр кемгә тәҡдим итәләр. Хатта тубыҡ быуындары ауыртҡан кешеләр ҙә был ҡытай техникаһын ҡулланып ҡарай ала. Баҡтиһәң, тубыҡтар арҡа, умыртҡа бағанаһы мускулдарының үҙгәреүенән, зәғифләнеүенән ауырта икән. Икенсе төрлө әйткәндә, ауыртыу аҙ хәрәкәтләнеүҙән барлыҡҡа килә.
Тубыҡланып йөрөүҙе ҡытай медицинаһы бик күп ауырыуҙан дауалау ысулы тип иҫәпләй. Ысынлап та, был ысулдың башҡа физик күнекмәләргә ҡарағанда өҫтөнлөгө күп. Уның бөйөр һәм бауыр ауырыуҙарынан да файҙаһы ҙур. Сөнки тубыҡта эске органдарҙың эшмәкәрлеген көйләүсе нөктәләр урынлашҡан.
Күнекмәгә көнөнә 15-20 минут ваҡыт бүлеү ҙә етә. Иҙәнгә йомшаҡ түшәк түшәйһең дә, тубыҡтарға ғына таянып, ашыҡмай ғына йөрөйһөң. Тубыҡҡа көс төшкәндә, карауатта йөрөргә мөмкин. Һуңынан аяҡтарҙың мускулдары нығынғас, иҙәнгә лә төшөргә була.