Бөтә яңылыҡтар

“Мин киләмен – ауыҙың ас, мин киләмен – зәңге, ҡас!” Ҡуҙғалаҡтан бәлеш

Бәлеееш.... Был һүҙҙе ишеткәс үк ауыҙығыҙҙан һыуҙар ағып киткәндер инде. Бәлеште халҡыбыҙ әүәле иң ҡәҙерле ҡунаҡтарға, байрам табынына ғына бешерә торған затлы ризыҡ булһа, хәҙер уңған хужабикәләр былай көндәрҙә лә бешереп, ғаиләһен һыйлай.Ә бына ҡуҙғалаҡтан бәлеш бешереп ҡаранығыҙмы быйыл? Әле уның ҙурайып, ашарлыҡ булған сағы. Ҡатып китмәҫ борон йыя һалып, төрләндереп бешеренергә лә, ҡышҡылыҡҡа етерлек итеп алып ҡалырға ла өлгөрөргә кәрәк. Һәр кем үҙе белгәненсә әҙерләй инде ҡамырын, ә мин һеҙгә ике төрлө итеп әҙерләү рецебын бирмәксемен. Рецептар менән сайтта танышырһығыҙ.

Бәлеееш.... Был һүҙҙе ишеткәс үк ауыҙығыҙҙан һыуҙар ағып киткәндер инде. Бәлеште халҡыбыҙ әүәле иң ҡәҙерле ҡунаҡтарға, байрам табынына ғына бешерә торған затлы ризыҡ булһа, хәҙер уңған хужабикәләр былай көндәрҙә лә бешереп, ғаиләһен һыйлай.
Ә бына ҡуҙғалаҡтан бәлеш бешереп ҡаранығыҙмы быйыл? Әле уның ҙурайып, ашарлыҡ булған сағы. Ҡатып китмәҫ борон йыя һалып, төрләндереп бешеренергә лә, ҡышҡылыҡҡа етерлек итеп алып ҡалырға ла өлгөрөргә кәрәк. Һәр кем үҙе белгәненсә әҙерләй инде ҡамырын, ә мин һеҙгә ике төрлө итеп әҙерләү рецебын бирмәксемен.
  1. Заливной бәлеш.
  2. Тәүҙә 200 гр ҡуҙғалаҡты йыуып һарҡытабыҙ ҙа, оҙонсалап турайбыҙ. Унан майланған табаға йәйеп һалабыҙ. Өс йомортҡаны бер стакан шәкәр ҡомо менән туҡыйбыҙ ҙа, яйлап бер стакан он һалып болғатабыҙ. Әҙер массаны ҡуҙағалаҡ өҫтөнә ҡоябыҙ. 180 градусҡа еткереп ҡыҙҙырылған духовкаға, йә мейескә ултыртабыҙ. 25-30 минуттан тәмле бәлеш әҙер ҙә була.
    1. Сөсө ҡамырҙан бәлеш.
    2. 150 гр аҡмайға биш аш ҡалағы шыйыҡ май ҡушып болғағас, биш аш ҡалағы ойоған һөт, балғалаҡты тултырмай ғына сода, семтем тоҙ, шуға самалап он ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Эслеккә етерлек ҡуҙғалаҡ, ярты стакан шәкәр (кемгә нисек оҡшай, шул хәтлем һала, миңә, мәҫәлән, ярты стакан күп), 5-6 ҡалаҡ магазин ҡаймағын тигеҙ итеп йәйеп сыҡҡас, өҫтөнә һуты таралмаһын өсөн манный ярмаһы һалабыҙ. Шулай уҡ мейестә 30-35 минут тирәһендәй бешереп алабыҙ.
      Элегерәк хатта ҡуҙғалаҡ байрамы ла үткәргәндәр. Ул яҙ булғас, ер-һыу кибеп, ҡуҙғалаҡ сыҡҡас үткәрелгән. Унда бөтә ырыу ҡатнашҡан. Ауыл халҡы йыйылышып, ҡорбан салған. Уйын-көлкө, йыр-моң һәр урында яңғырап, ялан-туғай тулған, бейеүҙәр башҡарылған. Беренсе тапҡыр ҡуҙғалаҡ ҡапҡанда: "Мин киләмен — ауыҙың ас, мин киләмен — зәңге, ҡас!" — тигәндәр.
      Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
      Читайте нас: