Сирень сəскəһенə һəм уның хуш еҫенə һоҡланмаған кеше һирəктер.
Матурлыҡтан тыш, ул башҡа бик мөһим сифаттарға ла эйə. Был – уның шифалы үҙенсəлектəре. Сирень сəскəһе эфир майҙарына,фарнезол,фенолгликозид сирингин кеүек матдəлəргə, ə япрағы һəмбөрөлəре флавоноидтарға, аскорбин кислотаһына, сайырға,фитонцидтарға һəм дубиль матдəлəргə бай. Халыҡ медицинаһыҡыуаҡтың сəскəһенəн, бөрөһөнəн һəм япраҡтарынан шифалы
төнəтмəлəр əҙерлəргə кəңəш итə.
Ниндəй ауырыуҙарҙы дауалай?
Бөйөр ауырыуҙарын.
Бының өсөн сəскəһенəн төнəтмə əҙерлəнə. Бер ҡалаҡ сəскəгə 200мл ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сəғəт төнəтергə һəм һөҙөп алырға. Көнөнə 3– 4 тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергə.
Һалҡын тейеүҙе.
Шул уҡ төнəтмəне йүкə сəскəһе ҡушып əҙерлəргə мөмкин. Бик яҡшы тирлəтə һəм температураны төшөрə.
Ашҡаҙан сей яраһын, эс китеүҙе, коклюш һəм тын етмəүҙе.
Сирень сəскəһенəн сəй бешереп эсергə. Бер стаканға бер ҡалаҡ сəскə алына һəм яртышар стаканлап эсергə мөмкин.
Артритты: ревматизм, ревматоидлы артрит, невралгия, артралгия. Спиртлы төнəтмə əҙерлəнə. Бының өсөн 1/4 такан ваҡланған сəскə
менəн бөрөгə бер стакан спирт йə араҡы ҡойоп, ҡараңғы бүлмəлə 8 –10 тəүлек төнəтергə. Спиртлы төнəтмəне көнөнə 3 – 4 тапҡыр 20 – 30
тамсы, ə араҡыла эшлəнгəнен 50 тамсы эсергə мөмкин.
Һыҙлаған, ауыртҡан урындарҙы.
Был осраҡта ыуыныу өсөн төнəтмə əҙерлəнə. Ярты стакан сəскəгə йəиһə бөрөгə 200 мл араҡы ҡойоп, ике аҙна төнəтергə. Һуңынан аяҡҡул һыҙлағанда уның менəн ыуынырға була. Шулай уҡ теш һыҙлағанда ла ярҙам итə.