Бөтә яңылыҡтар

Йөҙөбөҙ — күңел көҙгөһө генә түгел, нисек туҡланыуыбыҙ, нимә ашауыбыҙ һәм ниндәй ризыҡты өнәмәүебеҙ хаҡында ла хәбәр иткән мәғлүмәт сығанағы ла.

Йөҙ-ҡиәфәт торошона ҡарап, ниндәй витамин етешмәүен дә асыҡларға мөмкин, ти табиптар.

Йөҙөбөҙ — күңел көҙгөһө генә түгел, нисек туҡланыуыбыҙ, нимә ашауыбыҙ һәм ниндәй ризыҡты өнәмәүебеҙ хаҡында ла хәбәр иткән мәғлүмәт сығанағы. Йөҙ-ҡиәфәт торошона ҡарап, ниндәй витамин етешмәүен дә асыҡларға мөмкин, ти табиптар.
Көҙгөгә күҙ һалығыҙ — битегеҙҙе ҡыҙыл тап һәм һытҡы “биҙәгән”. Организмға А һәм В төркөмө витаминдары етешмәүҙең асыҡ билдәһе был. Туҡланыу рационына мотлаҡ балыҡ, бауыр ите, аҡ май, йәшел һәм һары төҫтәге йәшелсә, йөҙөм һәм һыра әсеткеһен индереү кәрәк.
Сәсегеҙҙең торошо ла ҡәнәғәтләндермәйме? Баш тиреһенең ҡауаҡланыуына В12, В6 һәм Ғ витаминдарының етешмәүе сәбәпсе. В12 витамины бауырҙа, иттә, һөт аҙыҡтарында, Ғ — үҫемлек майында, арахис, грек сәтләүектәрендә, В6 ярмаларҙа, йәшел япраҡлы йәшелсәлә, сүпрәлә, борсаҡта, диңгеҙ ризыҡтарында, тәрәс балығы (треска) бауырында, йомортҡа һарыһында тупланған. Төҫһөҙ, һыныусан, тиҙ салланыусан сәстәр В төркөмө һәм Ғ витаминдарының етешмәүе хаҡында һөйләй. Ә сәстең ҡойолоуы — С, Н (биотин), инозит һәм фолий кислотаһы етешмәүенә ишара. Н витамины сәтләүектәрҙә, бауыр итендә, таҙартылмаған дөгөлә һәм һыра әсеткеһендә, фолий кислотаһы, йәшел төҫтәге йәшелсәлә, еләк-емештә, әсеткелә һәм бауырҙа күп. Ә беҙгә аҙ таныш булған инозит бөртөклө игендә, цитрус емештәрендә тупланған.
Үксәгеҙҙең тиреһе тупаҫланыуын, сатнауын тояһығыҙмы? Тимәк, организмға А һәм С витаминдары етешмәй. Күберәк кишер, йәшел һуған, татлы борос, шпинат, ҡуҙғалаҡ, кәбеҫтә, бауыр, цитрус емештәре ашарға, һөт эсергә тәҡдим итәбеҙ.
Усығыҙҙың тиреһе ныҡ ҡороп йонсота икән, А һәм В витаминдарына бай балыҡ майы эсергә, аҡ май, йомортҡа һарыһы, бауыр ашарға кәрәк.
Ҡайһы берәүҙәр тәндәренең тиҙ күгәреүенә зарлана. Был — организмға С һәм Р (рутин) витаминдарының етешмәү билдәһе. Тамаҡ туйҙырғандан һуң әфлисун, мандарин йәки лимон ҡабығының бәләкәй генә киҫәген ашау файҙалы, ә иртән һәм кис үрҙә әйтелгән витаминды һыуға ҡушып эсегеҙ.
Дерматит организм В2, В3, В6 һәм Н витаминдарына ҡытлыҡ кисергәндә барлыҡҡа килә. Хатта күҙ ҡыҙарыуы, әсетеүе, арпа сығыуы ла ошо арҡала булыуы ихтимал.
Ауыҙҙан насар еҫ килеүе һеҙгә ашығыс рәүештә ниацин кәрәклеге хаҡында һөйләй. Арыш икмәге, ҡарабойҙай, фасоль, ит, бауыр, бөйөр — уға бик бай аҙыҡ.

Баш әйләнеүе, ҡолаҡ шаулауы һеҙгә В3 һәм Е (токоферол) витаминдарының етешмәүе хаҡында иҫкәртә. Төрлө сәтләүек, йәшел япраҡлы йәшелсә, сөгөлдөр, йомортҡа һарыһы, цитрус емеше, банан, көнбағыш ашау файҙалы. Витамин комплекстары һатып алығыҙ.
В төркөмө витаминдары етешмәгәндә күп сирҙәрҙең баш ҡалҡытыуы ихтимал. Эс ҡатыуы — шуға асыҡ миҫал. Хәлһеҙлек, аяҡта ауыртыныу тойоу, төнөн аяҡтың тартышыуы В1 һәм В6 витаминдарының етешмәүен иҫкәртә. Хатта йоҡоһоҙлоҡтоң сәбәбе лә ошо файҙалы матдәләрҙең наҡыҫлығына бәйле булыуы мөмкин. Берҙән-бер В6 етешмәгән хәлдә лә кешенең төшөнкөлөктән, депрессиянан сыға алмауы ихтимал. Уға иң бай аҙыҡ — бәрәңге.

Һис бер уйламаған йоғошло сирҙәрҙең йыш ҡына үҙегеҙгә “йәбешеүен” тойһағыҙ, иммунитетығыҙҙы нығытыу хәстәрен күрегеҙ. Бының өсөн А, С һәм В5 витаминдарына бай аҙыҡты күберәк ҡулланығыҙ (В5 матдәһе әсеткелә, ҡуҙаҡлыларҙа, ҡауында ифрат күп).
Танауҙың йыш ҡына ҡанауына С, К һәм Р витаминдарының сәбәпсе булыуы билдәле. Шуға күрә цитрус емешен, помидор, кәбеҫтә, йәшел борос, ҡарағат, йогурт, балыҡ майы, әфлисун, мандарин һәм лимон ҡабығын ашарға тәҡдим итәбеҙ.
Ҡайһы саҡта кеше үҙендә ниндәй ҙә булһа аҙыҡты күберәк ашау ихтыяжын тоя. В витамины етешмәгәндә, сыр йә иһә сәтләүек ашағы килеү теләге көсәйә. Ата-әсәне йыш ҡына бәләкәй балаларының батҡаҡ, балсыҡ һәм буяуҙарҙы ашау ғәҙәте борсоуға һала. Был организмда Д витамины етешмәүе хаҡында иҫкәртә.
(Интернеттан).
Читайте нас в