Бөтә яңылыҡтар

Әл дә һеҙ бар әле донъяла

Бәләкәйҙән сибек, ауырыу булып үҫтем. Быға, әлбиттә, ҡарау-тәрбиәләү етмәү ҙә сәбәп булғандыр инде. Аслыҡ, кейемһеҙлек, һуғыштан һуң беҙгә, 1936-40 йылғылар өлөшөнә күп төштө. Тиф, тапма...

Бәләкәйҙән сибек, ауырыу булып үҫтем. Быға, әлбиттә, ҡарау-тәрбиәләү етмәү ҙә сәбәп булғандыр инде. Аслыҡ, кейемһеҙлек, һуғыштан һуң беҙгә, 1936-40 йылғылар өлөшөнә күп төштө. Тиф, тапма.
Мин дә сәсрәп тороп тиф менән ауырып киттем. Ул бик ҡурҡыныс ауырыу икән, бик юғары температура интектерҙе, бигерәк тә төндә көслө. Әсәй, сығып китәм тип аптыратҡас, аяҡ-ҡулды бәйләп һала ине. Ауылда фельдшер ҙа, медпункт та юҡ. Иҫәнғолдан табип Ямал Бәҙри ҡыҙы килгәнен беләм. Ул бик күп дарыуҙар ҡалдырып китә ине. Тифтан беҙҙең бик күп тиҫтерҙәр һәләк булды. Аллаға шөкөр, мин тере ҡалдым. Иртәнсәк ҡартайымдың һеүләп Ҡөрьән уҡыуына уянып китә торғайным (әсәйемдең атаһы Миспахетдин Юлтимеров, ул мулла булғаны өсөн 1920-34 йылдарҙа Себерҙә һөргөндә булған кеше). Әллә шул сәбәптән башым бик йыш ауырып, табиптарҙың дарыуҙары арҡаһында ғына ошо көнгә тиклем йәшәп киләм. Табиптар Мирсал Исмәғилев, Рамаҙан Мырҙабаев, Гөлдәр Мирсал ҡыҙы һәм башҡалар ярҙам итте, әле йәш табип В.Ваһаповҡа мөрәжәғәт итергә тура килде – 2019 йылдың 30 декабрендә үлем хәлендә тағы ла дауаханаға барып тәгәрәнем. Ипле генә мөғәмәлә итеп, (10 көн ял бит инде), шәфҡәт туташы саҡыртып укол һалдырҙы. Рәхмәтлемен ул йәш табипҡа ла, иҫән-һау эшләһен.
Бына илдә ҡурҡыныс тажлы ауырыу таралырға маташыуы хаҡында көнө-төнө һөйләйҙәр. Үҙҙәренең һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, әлеге лә баяғы табиптар йөрөй халыҡты дауалап. Әл дә һеҙ бар әле был донъяла, аҡ халатлы изге йәндәр, табиптар, Аллаһы Тәғәлә һеҙгә бөтмәҫ һаулыҡ, аҡ бәхеттәр ебәрһен.

Миңзиә ДҮШӘНБАЕВА, хеҙмәт ветераны.

Буранғол ауылы.

Читайте нас: