Мунсаның тәнгә лә, йәнгә лә шифаһы элек-электән билдәле. Боронғо Римда мунса инеү һаулыҡ һаҡлауҙың ғына түгел, мәҙәниәттең бер өлөшөнә әйләнгән. Мосолман илдәрендә мунсалар тиҙ таралған, сөнки пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт: “Таҙалыҡ – ярты иман”, – тип әйткән. Мунса – йыуынып сығыу урыны ғына түгел, күп сирҙәрҙән дауа ла. Хәҙерге заманда инде мунсалар, ғәҙәттә, йән дә, тән дә таҙарынырлыҡ, шифа алырлыҡ, ял итерлек итеп төҙөлә.
Мунса миндектәре төрлө ағас һәм үләндәрҙән әҙерләнә. Июль – миндек йыйырға иң ҡулай мәл. Ниндәй шифа алырға теләүеңә ҡарап, бер генә төрлө миндек яһарға ла, төрлө ағас-үлән ҡушып, гөлләмә-миндек бәйләргә лә мөмкин.
Ҡайын миндеге – иң файҙалыһы. Тәнде мускулдарҙы йомшарта, тирене төрлө сирҙәрҙән, эренле яраларҙан дауалай. Тын юлдарына, тамаҡҡа шифаһы күп. Миндек бешекләнгән һыуҙа сәсте һәм тәнде йыуырға һәйбәт. Ҡайын япрағы төнәтмәһе сәс тамырына ҡеүәт бирә, ҡауаҡты бөтөрә, тәнде сафландыра.
Имән миндеге тән тиреһе майлы булғандарға ҡулай. Ул тиреләге артыҡ майҙы бөтөрөүгә булыша, биттәге һытҡыларҙы юҡҡа сығара. Аяҡтары тирләүсән кешеләргә имән миндеге ныҡ килешә.
Йүкә миндеге баш ауыртыуын дауалай, бөйөр эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Һыуыҡ тейгәндә иң шәбе – йүкә миндеге: тын юлдарын киңәйтә, тынысландыра.
Ылыҫлы ағас ботаҡтарынан яһалған миндек ҡатыраҡ, уны кәмендә ун минут ҡайнар һыуҙа бешекләйҙәр. Бындай миндекте ҡайындан яһалғанына ҡушыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Ҡан әйләнешен шәбәйтә, тын алыуҙы иркенәйтә.
Кесерткән миндеге арығанлыҡты бөтөрә, тынысландыра.
Беҙҙә, ғәҙәттә, ҡайын миндегенә лә, башҡаларға ла бер нисә мәтрүшкә ҡушалар. Етмеш төрлө сиргә дауа һаналған был үлән миндектең хуш еҫен, шифаһын арттыра. Бына шундай шәп нәмә ул мунса һәм миндек. Әммә йәндәге керҙе бер мунса ла йыуа алмай. Шуға ла күңелдәрҙе тапһыҙ һаҡлау хәйерле!
КӘҢӘШ: ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән миндектәр"эсвежий" һаҡланһын тиһәгеҙ, уларҙы айырым-айырым шыптыр моҡсайға (пакет для мусора) һалып, һауа ҡалдырмай, ауыҙын бәйләп ҡуйығыҙ!