Бөтә яңылыҡтар

Йөрәк өйәнәге. Уны нисек белергә?

Йөрәк өйәнәге ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ир-атта күберәк осрай тиеү – уйҙырма. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 50 йәштән һуң гүзәл заттар араһында ла бындай осраҡтар йышайҙы. Ошоно күҙ уңында тотоп, алдан һаҡланыу сараларын күрәйек, һис юғы түбәндәге билдәләргә иғтибар йүнәлтәйек.

Йөрәк өйәнәге ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ир-атта күберәк осрай тиеү – уйҙырма. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 50 йәштән һуң гүзәл заттар араһында ла бындай осраҡтар йышайҙы. Ошоно күҙ уңында тотоп, алдан һаҡланыу сараларын күрәйек, һис юғы түбәндәге билдәләргә иғтибар йүнәлтәйек.

Ҡулдарҙың ойоуы. Ул бер нисә минут була ла үтә. Шуға күрә уға артыҡ иғтибар бирмәйбеҙ. Йыш ҡына дөрөҫ ятмағанмын йәки артыҡ ныҡ эшләгәнмен тип кенә уйлап ҡуябыҙ. Ҡулдар ойоу, хәлһеҙләнеү, сәнсеү (бигерәк тә һул ҡул) – йөрәк өйәнәге башланыуҙың беренсе билдәләре. Үҙегеҙҙә йәки яҡындарығыҙҙа иғтибар итәһегеҙ икән, кисекмәҫтән табипҡа электрокардиограмма яһатырға мөрәжәғәт итегеҙ.

Теш ауыртыуы. Ауыртыу бер урында ғына түгел, бөтә ҡаҙна буйлап йүгерә. Кардиологтар билдәләүенсә, был йөрәк өйәнәгенең «сағылышы». Теш ауыртып та, стоматолог сәбәбен таба алмай икән, кардиологҡа барығыҙ.

Күңел болғаныу һәм ҡоҫоу. Йөрәк өйәнәге үткәргән һәр ҡатын-ҡыҙ эсе ауыртҡанын, күңеле болғанғанын, өйәнәк булырҙан бер нисә көн алда ҡоҫҡанын әйткәндәр. Шул уҡ ваҡытта был билдә инфаркт булған ир-аттарҙың һәр икенсеһендә генә.
Тын алыуы ауырлашыу. Артериялар ҡапланған, йөрәк һәм башҡа мөһим органдар кислородты кәрәкле күләмдә ала алмай. Һөҙөмтәлә һауа етмәй кеүек. Бынан ҡала, инфаркт йөрәккә ҡанды ҡыуырға ирек бирмәй, шуға күрә үпкәлә шыйыҡса йыйыла башларға мөмкин. Теләһә ҡайһы осраҡта һауа етмәй башлай, һулыш алыу ауырлаша икән, әлеге өйәнәктәр бик тиҙ үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Был - бик етди билдә, уны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Хәлһеҙлек. Беҙ барыбыҙ ҙа арыйбыҙ. Ләкин ғәҙәтләнгән көнкүреш эштәрен башҡарғанда ла арый башлайһығыҙ икән, һаҡ булығыҙ. Уның йөрәк өйәнәге билдәһе булырға мөмкинлеген онотмағыҙ. Инфаркт кисергән ҡатын-ҡыҙ хатта урын йыйғанда арығанлығын әйткән. Был – йөрәгегеҙҙең һеҙҙән ярҙам һорауы.

Арҡа ауыртыу. Ҡайһы саҡта был яҡынлашып килгән инфаркт тураһындағы берҙән-бер билдә булырға мөмкин. Бигерәк тә ике ҡалаҡ һөйәге араһындағы ныҡлы ауыртыуға иғтибар биреү зарур. Күкрәктә сәйер ауыртыуҙы «күкрәк ҡыҫыла, унда бер йәнлек менеп ултырған һәм һис төшөргә теләмәгән кеүек» тип билдәләй йөрәк өйәнәге кисергәндәр. Әлеге тойғо барлыҡҡа килгәнсе башҡа билдәләрҙе лә һиҙәһегеҙ икән (ҡул ойоу, күңел болғаныу, йә арҡа ауыртыу), кисекмәҫтән табип саҡыртығыҙ.
Грипп билдәләре. Тән ауыртыу, күңел болғаныу, хәлһеҙлек – былар барыһы ла киҙеү билдәләренә оҡшаған. Тик һеҙ 55 йәштән өлкән һәм быға тиклем йөрәк менән проблемағыҙ булған икән, кардиологҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Ҡатын-ҡыҙ инфаркты мәкерле һәм ҡайһы саҡ грипп битлеге кейә!

Фото: pravda-nn.ru
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: