"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Һаман арта

Оператив мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 4017 –гә етте. Тәүлек эсендә ауырыуҙар һаны йәнә 89 кешегә артҡан.

Оператив мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 4017 –гә етте. Тәүлек эсендә ауырыуҙар һаны йәнә 89 кешегә артҡан.
Вафат булыусылар юҡ, уларҙың һаны үҙгәрешһеҙ – 18 кеше. Әле стационарҙарҙа 1086 ауырыу дауалана, 41 пациент ауыр хәлдә, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. 1460 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. Республиканың һәр 100 мең кешеһенә бөгөн 92 коронавирус сирле кеше тура килә. Сирҙең үҫеш темпы республикала 2,2 процент тәшкил итә.
Үткән тәүлектә Рәсәйҙә сирҙе йоҡторғандар һаны 8 985 кешегә артты. Тәүлек эсендә 112 пациент һәләк булған. Ауырыуҙар һаны буйынса беҙҙең ил донъя рейтингында өсөнсө урында. Үлем осраҡтары буйынса 14-се урында киләбеҙ. Рәсәйҙә инфекциянан бөтәһе 5 971 ауырыу вафат булды, 230 688 кеше һауыҡты.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото:Gtrk.tv.
Читайте нас: