Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров борсола...

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ветерандарҙың йәмәғәт ойошмалары, ҡала һәм райондарҙағы ветерандар советы вәкилдәре менән онлайн-осрашыу үткәрҙе. Унда йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, шулай уҡ өлкәндәрҙе коронавирус сире йоғоуҙан һаҡлау йәһәтенән һөҙөмтәле сара күреүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта табиптар 65 йәштәгеләр һәм унан өлкәндәр араһында COVID-19 менән ауырығандарҙың артыуын билдәләй. Сирлеләр араһында 300-гә яҡын кеше – 70 йәштән өлкәндәр.
Пенсионерҙар һәм ветерандарҙың сирҙе ауыр үткәреүен иҫәпкә алып, республика Башлығы уларҙы ҡурсаланыу тәртибен артабан да үтәргә саҡырҙы. Ирекмән ойошмалары уларға тейешле ярҙам күрһәтәсәк.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ “һуғыш балалары”на ярҙам күрһәтеү, өлкәндәрҙең ялын ойоштороу, йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары һәм ветерандары хаҡындағы иҫтәлекте һаҡлау тураһында фекер алышты.
Пенсионерҙар өсөн социаль туризмды үҫтереүгә килгәндә, Радий Хәбиров пандемиянан һуң республика шифаханаларына ярҙам күрһәтеү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе буласаҡ, тип белдерҙе. Уларҙың ҡайһы берҙәре хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә коронавирус йоҡторған табиптарҙы һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялау менән шөғөлләнәсәк. Ҡалғандары иһә республикалағы өлкәндәрҙе ҡабул итәсәк. Башҡортостан Башлығы юлламалар хаҡының бер өлөшөн субсидиялау өсөн пенсионерҙарға сертификаттар һанын арттырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Ул шулай уҡ Өлкәндәр өсөн халыҡ университеттарының белем биреү программаларын артабан үҫтереү башланғысын хупланы.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: