Бөтә яңылыҡтар

Туҡтап тор, инсульт!

Бер көндө бик хафаланып танышым шалтыратты: “Зәүхиә апай, инсульт кинәт кенә һуҡмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк тигән инең әле? Һин миңә әллә нисә тапҡыр аңлаттың инде, ҡымғыуыт менән баштан сығып китте. Беҙҙең эштә күрше бүлектә компьютер артында эшләп ултырған ерендә 30 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе инсульт һуҡты. Тиҙ ярҙамды саҡырҙылар, ҡотҡара алманылар. Башына ҡан һауған. Минең дә эшем шундай, көнө буйы баш күтәрмәй эшләйем компьютерҙа. Ҡайһы бер көндө аңғыраланып ҡайтып ауам, отчет көндәрендә тормайынса эшләйем тигәндәй. Вообще ҡотом осто. Йәштәр ҙә үлгәс, беҙ момент китербеҙ инде... Ҡот осҡос!”

Бер көндө бик хафаланып танышым шалтыратты: “Зәүхиә апай, инсульт кинәт кенә һуҡмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк тигән инең әле? Һин миңә әллә нисә тапҡыр аңлаттың инде, ҡымғыуыт менән баштан сығып китте. Беҙҙең эштә күрше бүлектә компьютер артында эшләп ултырған ерендә 30 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе инсульт һуҡты. Тиҙ ярҙамды саҡырҙылар, ҡотҡара алманылар. Башына ҡан һауған. Минең дә эшем шундай, көнө буйы баш күтәрмәй эшләйем компьютерҙа. Ҡайһы бер көндө аңғыраланып ҡайтып ауам, отчет көндәрендә тормайынса эшләйем тигәндәй. Вообще ҡотом осто. Йәштәр ҙә үлгәс, беҙ момент китербеҙ инде... Ҡот осҡос!”
Эйе, ысынтылап та ҡот осҡос!!! Әле яңыраҡ ҡына өйләнгән, дәртләнеп, донья көтәм, балалар үҫтерәм тип йәшәп ятҡан, эшләп йөрөгән кешенең бер мәл эсендә ғүмере өҙөлөүе бик тетрәткес хәл. Әле бит ғаиләһе алдында ла, уны уҡытҡан, тәрбиәләп үҫтергән әтейе - әнейе алдында ла бурыстары үтәлмәгән, рәхәтләнеп үҙаллы тормошта йәшәмәгән йәш ғүмер! Шуныһы бигерәк аяныслы. Бигерәк тә аяныслыһы – ул тетрәткес хәлдәр йыш була башланы. Хатта яңыраҡ шаҡ ҡатырлыҡ хәбәрҙе ишетеп таң ҡалдыҡ. 11 йәшлек ҡыҙҙы инсульт һуҡҡан. Был ниндәй замана? Кем ғәйепле? Эйе, ошо һорауҙарға яуапты тиҙ арала тапмаһаҡ, теләһә кемде ул инсульт көтмәгәндә, планыбыҙға һыйышһыҙ булһа ла килеп һуғырға мөмкин.
Әйҙәгеҙ әле бергәләп, “ТУҠТА – ИНСУЛЬТ” акцияһын башлап ебәрәйек. “Моя хата с краю “ тип уйламағыҙ. Барыбыҙға ла был акцияға ҡушылырға кәрәк. Сөнки ул хәлгә тарымау сараһын күреү еңелерәк, ә тарығас, йырып сығыуы – ай-һай ауыр. Өҫтә яҙып киткәнсә, ҡайһы берҙә мөмкин дә түгел. Мин үҙем дә ҡулдан килгән хәтлем реабилитация ваҡытын уңышлы үтергә күптәргә ярҙам иттем, итергә тырышам. Үҙем түбәндә яҙып кителәсәк ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә тырышам.
Инсульт нимә ул тигән һорауға яуап яҙып ваҡыт үткәрәһем килмәй, уны белмәгән кеше юҡтыр. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, ҡан тамыры шартлап, шартлаған ерендә ҡан һауыу. Нисек уның йәтмәһенә эләкмәҫкә тигән һорау ҡуяйыҡ та шуға яуап эҙләйек. Был тормошта шул хәлгә төшөү мөмкинселеге булған осраҡтарҙы булдырмау сараһын күреү хуп булыр. Үҙебеҙсә генә, ябай телдә аңлашайыҡ әле.
Бөтөн ерҙә эш компьютерға көйләнде. Был техниканың инмәгән тишеге ҡалманы тейергә була. Хатта пенсионерҙарҙы ҡулланырға өйрәтеү буйынса бушлай курстар бар. Бала-саға әле ауыҙ асып һөйләшә белмәй, әммә ләкин компьютер күрһә, күҙҙәре ут яна, ҡулдарын һуҙып, һорай башлай. Бөгөнгө көндә бөтөн мәктәптәр, уҡыу йорттары компьютер аша онлайн уҡыуҙарын да өҫтәйек. Уның арҡаһында кешеләр бик күп сирҙәргә батасағы тураһында егерме йыллап элек башҡортса “Мосолман календарын”да уҡыған инем. Һаналып киткән сирҙәр араһында инсульт тә бар ине. Тимәк, иң актуаль һөйләшеү – нисек компьютер ҡаршында инсульт һуғыуҙы булдырмау.
*Компьютер алдында ултырып эшләгәндә лә ғүмерҙең берәү генә икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Шуның өсөн бар донъяны онотоп, уның эсенә инеп китеп, үҙеңә иғтибарҙы юғалтырға ярамай. Ниндәй генә яуаплы эш булмаһын, нисек кенә ваҡыт етмәһен, тик үҙебеҙҙең иҫәнлекте барыһынан да юғары ҡуйырға һәм нисә йыл эшләһәк тә компьютер беҙҙең ғүмерҙе юймаҫҡа тейеш. Үҙен тонсоҡторғансы эшләйек, тик үҙебеҙҙе түгел. Беҙ хатта комп алдында ултырып эшләгәндә лә беҙҙең тәндә бөтөн процестар – тарҡалыу, бүленеү, ҡан йөрөү, лимфаларҙа хәрәкәт, эшкәртелгән материал сығыу, һ.б. – бара. Бигерәк тә лимфа системаһы ныҡ эшләй, беҙҙең өсөн тип көнө-төнө тырыша. Ул система буйлап, көнө-төнө үтә күренмәле шыйыҡса аға. Ул шыйыҡсаның эше ғәләмәт яуаплы. Был процесс беҙ ҡушҡан режим буйынса эшләмәй, ә секунд һайын бара. Бөтөн организмдағы бар клеткаларҙы йыуып, уларға яңы ризыҡ килтереп, ундағы эшкәртелгәнде алып китеп, беҙҙең тәндәге токсиндарҙы йыуып сығарып тора. Әгәрҙә беҙ компьютер ҡаршында һыу эсмәйенсә 3 – 4 сәғәт ултырһаҡ, беҙ был процесты боҙабыҙ. Бөйөк табиб Әбуғалисина былай тип яҙа: “Тәнеңдә бысраҡ һыу йыйма, ул үлек барлыҡҡа килтерә, торғонлоҡ башлана.” Ә һыу эсмәү янына беҙҙең хәрәкәтләнмәйенсә сәғәттәр буйына ултырыуҙы ҡушһаҡ, бик күңелһеҙ картинаны күҙ алдына килтерергә була, ул саҡта был торғонлоҡ әллә нисә тапҡырға арта. Ә бит хәрәкәтләнеү шулай уҡ лимфаларҙың, ҡан юлдарының хәрәкәтләнеүен дә тәьмин итә. Тимәк, беренсенән, эшләгән ваҡытта бер сәғәт һайын тороп һыу эсеп торорға кәрәк. Һыуҙың температураһы тән температураһынан 3-4 градусҡа юғарыраҡ булырға тейеш. Һыуыҡ һыу эсһәк, зыян ғына яһайбыҙ үҙебеҙгә. Беҙ процестарҙы һыуытабыҙ, урыҫса әйткәндә, замедлять итәбеҙ. Беҙ һыу эсеп, бер сәғәт һайын (йышыраҡ булһа тағын да шәп) мускулдарыбыҙҙы хәрәкәтләндереп торорға тейешбеҙ. Нисек тә яйын табып! Бөгөнгө көндә өйҙә онлайн уҡыған балаларҙы бигерәк тә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, бер дәрес бөттөмө – йылы һыу эсертеп, уйнап, һикергеләп, эйелеп-бөгөлөүҙәрен тәьмин итергә кәрәк. Әлбиттә, аңлатыу зарур. Аңламаһалар, йыбанһалар, ялҡауланһалар – талап итергә! Беренсе көндәрҙе 45-әр бирем биреп аптыраттылар уҡытыусылар. Икешәр сәғәт ейәнсәр бер дәресте әҙерләй башлағанын күреп борсола башланыҡ. Ҡала администрацияһына яҙҙылар әтей-әнейҙәр. Балаларҙың иҫәнлеге беренсе урында булырға тейеш бит. Коронавирустан һаҡлайбыҙ тип, инсультҡа еткерергә кәрәк түгел. Башҡортостанда бәлки улай булмағандыр. 45 МИНУТЛЫҠ ДӘРЕС 2- 3 СӘҒӘТКӘ ҺУҘЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛ.
Тимәк, хөкүмәт эшендә эшләүселәр ҙә тәндәрендә торғонлоҡ булдырмау өсөн, тәнде таҙа һыу менән тәьмин итеп торорға тейеш. Ҡайһы берәүҙәргә әйтһәң, беҙҙә ЭШТӘ һыу юҡ тиҙәр. Булмаһа, тимәк, һинең иҫәнлегеңде үҙеңә ҡайғыртырға ҡала. Термос һатып алабыҙ, көн һайын йылы һыу йөрөтәбеҙ. Мин үҙем бер литр ҡайнар һыу термоста алып барам, ә бер литрҙы пластик шешәлә, эштә йылытып эсәм. Һыуһыҙ ерҙә эшләй икән был тип уйламағыҙ, крандағы хлорлы һыу минең күңелгә генә түгел, ашҡаҙаныма ла ятмай.
*Ә хәрәкәтләнеүҙе нисек тә яйларға һәм көйләргә кәрәк? Балалар менән аңлашыла, улар тороп йөрөй ала, ә эштә? Баш ҡалҡытырға ла ваҡыт юҡ бит!!! Иң ныҡ торғонлоҡ ҡултыҡ аҫтарында башлана. Ундағы лимфалар ҡыҫыла, таҙарынмай башлай. Был, иптәштәр, бик ҡурҡыныс күренеш. Уйланығыҙ!! Күкрәк, муйын рагы ла ошонан башлана инде!!! Лимфалар таҙарына алмай башлаһа, унда теләһә ниндәй сир үрсей, бактериялар мыжлай, плесенгә хәтле барлыҡҡа килә. Где плесень там и рак! Тимәк беҙ сәғәт һайын тигәндәй, туҡталып, ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, яурындарҙы ҡуҙғатҡылап, ҡалаҡ һөйәктәрен бер алға, бер артҡа һәм ниндәй хәрәкәт яһарға теләйбеҙ, шуны яһап алырға тейешбеҙ! Ҡайһы берәүҙәр, эштә уңайһыҙ, тиҙәр. Ул турала бөтөнләй уйламағыҙ, улар ҙа һеҙгә эйәреп эшләй башлар. Иң мөһиме – аңлатыу! Иң мөһиме –лимфаларҙа хәрәкәт булһын. Бына ошо ерҙә тағын бер бөйөк табиптың һүҙен иҫкә төшөрәйек. “Очищай там, где гной,”- тигән Гиппократ.
*Ә был хәл инсульт менән нисек бәйле һуң тип уйлайһығыҙҙыр. Ҡултыҡ аҫты баш янында түгел бит тип. Һыу ағып ятҡан оҙон шлангының бер еренән ҡыҫып, хатта еңелсә генә бәйләп ҡуйһаҡ та – нимә була? Һыу ағыу бөтөнләй туҡтай йәки аҡрыная. Һәм шланг эсендә һыу әсей, тоноҡлана, тәмһеҙләнә башлай. Беҙҙең тәндә лә шулай. Ә бит компьютер алдында баш бөтөн көсөн биреп эшләй, уға бер туҡтауһыҙ кислород, ҡан, витаминдар, һыу килеп торорға тейеш. Ә ошо ваҡытта ( урыҫса шейно-воротниковая зона тип атала) муйын хәрәкәтһеҙ ултырыу арҡаһында ҡан йөрөү насарайып, ойошоп, хандрос тигән ғәләмәт ҡыҫҡан булһа, эштәр харап. Башҡа туҡланыу етмәй, лимфалар эшсәнлеге насарайғанға клеткаларҙы йыуыусы лимфа әҙ килә. Унда застой. Шул застой аша ҡан үтә алмай, ә хужаның баш күтәрергә лә ваҡыты юҡ. Их, ошоно ваҡытында һиҙеп, әкрен генә йылы һыу эсеп, башты ҡалҡытып, лимфаларға ярҙам итеп әбәрһәк ине. Хатта тороп муйынды ышҡып, башҡа массаж яһап (ниндәй массаж тип ҡыҙыҡһынһағыҙ, барығыҙға ла интернеттан “Индийский массаж головы” тип инеп ҡарарға тәҡтим итәм, уны һәр кем үҙенә-үҙе яһай ҙа ала) иңдәребеҙҙе, устарыбыҙҙы ышҡылап, ҡулдарыбыҙҙы әле береһен, әле икенсеһен күтәреп, еңелсә генә күнегеүҙәр яһап ебәрһәк ине.
Бер ҙә тора алмағандарға мин сәғәтенә бер тапҡыр биш минут булһа ла ике хәрәкәт яһарға тәҡдим итәм. Башты, өҫкә һәм алға табан һелкәбеҙ, Эйе, эйе тигән һымаҡ, шунан юҡ-юҡ тигән һымаҡ уңға – һулға табан һелкәбеҙ. (Тик һис кенә лә башты вокруг шеи түгел. Улай итеү кире йоғонто йәки зыян яһарға мөмкин. Быуын ысҡынған тигәнде ишеткәнегеҙ бар, был осраҡта муйындағы быуын ысҡынырға мөмкин). Муйындағы тамырҙарҙың ҡыҫылыуы, унда торғонлоҡ – хандростың барлыҡҡа килеүе ул беҙҙең организмға ныҡ зыян һала. Был турала сәғәт буйы һөйләргә була. Муйын һөйәгендә бүҫер, протрузия, ҡыйшайыу, ауышыу, күҙҙәрҙең насар күрә, ҡолаҡтарҙың насар ишетә башлауы, баш шауы, ҡалаҡ һөйәгенең ҡатып, ҡулдарҙың күтәрелмәй башлауы... Ооооо, ғәләмәт күп бәләһе. Иң ҡурҡынысы – инсульт!!! Хандросты һыу ағып ятҡан шлангтың өҫтөнә ауыр таш һалып ҡуйыу менән сағыштырығыҙ. Ул саҡта нимә була? Баҡсаға күпме генә тырышһаҡ та һыу һибә алмайбыҙ. Ә беҙ был яҙмала БАШ тураһында һүҙ алып барабыҙ.
Ҡыҫҡаса ғына булһа ла, бөгөнгө көндә һәр беребеҙгә тип әйтерлек ҡурҡыныс янап тороусы сир тураһында яҙҙым. Әлбиттә, барыбыҙға ла белемдәребеҙҙе тағын да нығыраҡ тәрәнәйтеп, инсульттың сәбәптәрен, уны булдырмау юлдарын өйрәнеү зарур. Беҙҙең тормошобоҙҙо еңеләйтер өсөн тип уйлап сығарылған яңа технологиялар һөҙөмтәләре булған төрлө аппаратуралар ысынтылап беҙҙең тормошто еңеләйтһендәр ине, улар арҡаһында беҙ сәләмәт ғүмерҙе оҙонайтыу юлдарын асһаҡ ине. Ә бына ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып эшләүебеҙ өсөн үҙебеҙ ғәйепле, бары тик үҙебеҙ. Алдынғы технология тормошобоҙға инде тип башыбыҙҙы юғалтмаһаҡ ине. Ул беҙгә хеҙмәт итһен, ә беҙ уға ғүмерҙәребеҙҙе биреп хеҙмәт итмәйек.
Зәүхиә Ҡәҙербәҡова (Низамиева). Биштирәк – Татарстан.
фото: invaworld.ru
Читайте нас: