"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сәй (ҡыт. 茶 — «ча́» пекин һәм гуандун диалекттарында, «те̂» амой һәм «тца» тайвань диалекттарында, яп. 茶 «тя» һәм お茶 «о-тя») — махсус әҙерләнгән сәй ҡыуағы япрактарын ҡайнатып, бешереп, төнәтеп әҙерләнгән эсемлек.«Сәй» тип сәй эсемлеге өсөн махсус эшкәртелгән һәм әҙерләнгән сәй япрағын да әйтәләр. Уны әҙерләү баштағы киптереүҙе (ҡаҡлауҙы), төрөүҙе, аҙмы-күпме ваҡыт ферментланып әселәнеүен (окисланыуын) һәм артабанғы (һуңғы) киптереүҙе үҙ эсенә ала. Башҡа төр өҫтәлмә операциялар сәйҙең айырым төрҙәрен һәм сорттарын етештереүгә йүнәлтелгән.Ҡайһы бер ҙә «сәй» һүҙен үҫемлектәрҙең Сәйлеләр ғаиләһенең Камелия төрөнә ҡараған сәй ҡыуағын атау өсөн дә ҡулланалар; Ботаника фәненең ғилми телендә ул ғәҙәттә ҡытай камелияһы (рус. камелия китайская, лат. Camellia sinensis) тип йөрөтөлә.Киң мәғәнәлә «сәй» тип алдан әҙерләнгән үлән йә башҡа төр үҫемлекте бешереп (ҡайһы берҙә төнәтеп) әҙерләнгән эсемлеккә лә әйтәләр. Был саҡта эсемлек төрөн аныҡлау өсөн «сәй» һүҙенә ҡулланылған сеймалдың исем-атамаһы ҡушыла. Мәҫәлән, «үлән сәйе», «мәтрүш сәйе», «гөлйемеш сәйе» һ. б.Ә һеҙ сәйҙәр әҙерләй башланығыҙмы әле, төркөмдәштәр?

Сәй (ҡыт. 茶 — «ча́» пекин һәм гуандун диалекттарында, «те̂» амой һәм «тца» тайвань диалекттарында, яп. 茶 «тя» һәм お茶 «о-тя») — махсус әҙерләнгән сәй ҡыуағы япрактарын ҡайнатып, бешереп, төнәтеп әҙерләнгән эсемлек.
«Сәй» тип сәй эсемлеге өсөн махсус эшкәртелгән һәм әҙерләнгән сәй япрағын да әйтәләр. Уны әҙерләү баштағы киптереүҙе (ҡаҡлауҙы), төрөүҙе, аҙмы-күпме ваҡыт ферментланып әселәнеүен (окисланыуын) һәм артабанғы (һуңғы) киптереүҙе үҙ эсенә ала. Башҡа төр өҫтәлмә операциялар сәйҙең айырым төрҙәрен һәм сорттарын етештереүгә йүнәлтелгән.
Ҡайһы бер ҙә «сәй» һүҙен үҫемлектәрҙең Сәйлеләр ғаиләһенең Камелия төрөнә ҡараған сәй ҡыуағын атау өсөн дә ҡулланалар; Ботаника фәненең ғилми телендә ул ғәҙәттә ҡытай камелияһы (рус. камелия китайская, лат. Camellia sinensis) тип йөрөтөлә.
Киң мәғәнәлә «сәй» тип алдан әҙерләнгән үлән йә башҡа төр үҫемлекте бешереп (ҡайһы берҙә төнәтеп) әҙерләнгән эсемлеккә лә әйтәләр. Был саҡта эсемлек төрөн аныҡлау өсөн «сәй» һүҙенә ҡулланылған сеймалдың исем-атамаһы ҡушыла. Мәҫәлән, «үлән сәйе», «мәтрүш сәйе», «гөлйемеш сәйе» һ. б.
Ә һеҙ сәйҙәр әҙерләй башланығыҙмы әле, төркөмдәштәр?
Читайте нас: