Бөтә яңылыҡтар

КЕШЕ ҒҮМЕРЕ ҺАҒЫНДА

– Балама 8 ай, температураһын төшөрөп булмай, тәне йыйырыла башланы, медицина ярҙамына мохтажбыҙ.– Алло, тын алыуы ауыр, аллергия менән интегәм...– Урамда китеп барғанда бер ир йөрәген тотоп йығылды, хәле ауыр. Килеп етегеҙ!– Әсәйемдең ҡан баҫымы юғары, 200гә/110, һис кенә лә төшөрөп булмай...Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының тиҙ медицина ярҙамы бүлеге тәүлек әйләнәһенә шундай шылтыратыуҙар ҡабул итә. Дежур бригада тиҙ арала йыйына ла юлға сыға...

– Балама 8 ай, температураһын төшөрөп булмай, тәне йыйырыла башланы, медицина ярҙамына мохтажбыҙ.
Алло, тын алыуы ауыр, аллергия менән интегәм...
– Урамда китеп барғанда бер ир йөрәген тотоп йығылды, хәле ауыр. Килеп етегеҙ!
Әсәйемдең ҡан баҫымы юғары, 200гә/110, һис кенә лә төшөрөп булмай...
Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының тиҙ медицина ярҙамы бүлеге тәүлек әйләнәһенә шундай шылтыратыуҙар ҡабул итә. Дежур бригада тиҙ арала йыйына ла юлға сыға...
Эйе, һәр кем, үҙенең йәки яҡынының, хатта таныш булмаған кешенең ғүмеренә хәүеф янағанда телефонында, 03 (103) һандарын йыя. Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең ҡайһыныһын ғына алма – барыһы ла үтә яуаплы, үтә мөһим, әммә йәшәү өсөн көрәш барғанда, барыбыҙ ҙа “тиҙ ярҙам”ға мөрәжәғәт итәбеҙ.
Бөгөн район дауаханаһының тиҙ медицина ярҙамы бүлегендә өлкән фельдшер Иҙел Ҡасҡынов етәкселегендә ете тиҙ ярҙам фельдшеры, шылтыратыуҙы (саҡырыуҙы) ҡабул итеүсе дүрт шәфҡәт туташы һәм һигеҙ водитель эшләй. Район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауылдарҙы хеҙмәтләндереү маҡсатында Иҙелбәк участка дауаханаһында асылған бүлектә тағы ла дүрт фельдшер халыҡ һаулығы һағында.
Һәр тәүлек уртаса 24 саҡырыу ҡабул ителеп, уларға ике– бер “тиҙ ярҙам” һәм бер “кисектергеһеҙ ярҙам” (“неотложка”) бригадаһы сыға. Фельдшерҙар был арала ҡан баҫымы күтәрелеүгә, төҙөлөштәге йәрәхәттәргә, аллергияға бәйле саҡырыуҙар йыш булыуын билдәләй. Уларға Ковид-19 менән дә туранан тура эш итергә тура килә. Коронавирус шиге булған саҡырыуҙарға бригада һәр саҡ махсус косюмдарҙа бара.
- Түләмәгә ҡаршы косюмдар, маска, бирсәткәләр менән тәүге көндән үк етерлек күләмдә тәьмин ителдек, – ти Иҙел Урал улы һәм ҡыуаныстары менән уртаҡлашырға ашыға. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән эшҡыуар Эдуард Шәрипов (“Гранд” ЯСЙ-һы) уларға шундай шәп бүләк эшләгән – 13 комплект махсус кейем алып биргән! Бүлек хеҙмәткәрҙәре бағыусыға һәм район хакимиәте башлығына ҙур рәхмәтен еткерә. Эштәрендә уңыштар һәм һаулыҡ теләй.
Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының тиҙ ярҙам бүлеге хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары йәнә бер ҡотлайбыҙ! Ауыр һәм яуаплы эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм, әлбиттә, тыныс дежурстволар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: