"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Ҡорт балы косметикаһы

Ҡорт балы косметикала йыш ҡулланыла. Бит һәм муйын тиреһен тәрбиәләүҙә балдан эшләнгән маскалар бигерәк тә файҙалы: улар тирене баланыҡы кеүек итеп йомшарта, туҡландыра, тонусты күтәрә, биткә саф төҫ бирә. Баллы маскаларҙы йыш ҡулланғанда, йөҙҙәге йыйырсыҡтар шымарып, һырҙар яҙылып китә. Ошоно иҫәпкә алып, гәзит уҡыусыларға бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Ҡоро тире өсөн
Әгәр ҙә биттә, муйында һырҙар барлыҡҡа килә башлаһа, түбәндәге маска бик файҙалы. Иҙелгән йомортҡа һарыһына бер аш ҡалағы бал һалып бутарға ла 15-20 минутҡа биткә һыларға кәрәк. Аҙаҡ бүлмә температураһындағы һыу менән йыуып төшөрөргә. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр даими рәүештә эшләргә.
Ҡоро һәм уртаса ҡоролоҡтағы тире өсөн
100 г бал, 25 мл спирт, 25 мл ҡайнаған һыуҙан йәки 100 г балға бер лимон йә иһә 100 мл ҡайын еләге һуты ҡушып эшләнгән маска ла ҡоро тирегә файҙалы. 15 минуттан һуң битте йылы һыу менән һабынһыҙ йыуырға.
50 г аҡ онға бер йомортҡаның ағын һәм бер сәй ҡалағы бал һалып бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы биткә һыларға ла, 15 минут тотҡандан һуң, йылы һыу менән йыуырға кәрәк.
Уртаса, ҡәҙимге тире өсөн
Ике аш ҡалағы онға бер йомортҡаның ағын, бер сәй ҡалағы бал һалып, ныҡ итеп бутарға. Ҡатнашманы биткә, муйынға һылап, 1015 минут тотҡандан һуң, йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.
Майлы тире өсөн Был осраҡта бал менән ҡырғыс аша үткәрелгән яңы эремсекте ҡушып маска эшләйҙәр. Уның өсөн бер аш ҡалағы эремсек һәм ярты сәй ҡалағы бал һалып бутайҙар ҙа биткә һылайҙар. 20 минуттан һуң йылы һыу менән һаҡ ҡына йыуып алалар. Эремсектең еңелсә әсе-леге тирене тарттыра, уны сафландырып, матурлап ебәрә, ә аҡһымы менән бал тирене туҡландыра, тонусын күтәрә, уға сәләмәт төҫ бирә.

Рафиҡ НОҒОМАНОВ, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.

Читайте нас: