Бөтә яңылыҡтар

Ҡунаҡ әҙ ултыра, күп һынай

"Дауаханаға йөрөмәгән кеше юҡтыр. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ниндәйҙер сәбәп менән йылына бер-ике тапҡыр мөрәжәғәт итәбеҙ. Һаулығың – байлығың, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Тик табиптарҙың яҙған дауалау курстарын үтеп, шәбәйеп ҡайтып китәбеҙ ҙә онотабыҙ, аҙаҡтан ҡабат дауаханаға барып рәхмәттәр әйтеп йөрөмәйбеҙ", - Юнай ауылынан Нурмөхәмәт Теләмов табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.#йылы_һүҙ_йән_аҙығы

Дауаханаға йөрөмәгән кеше юҡтыр. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ниндәйҙер сәбәп менән йылына бер-ике тапҡыр мөрәжәғәт итәбеҙ. Һаулығың – байлығың, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Тик табиптарҙың яҙған дауалау курстарын үтеп, шәбәйеп ҡайтып китәбеҙ ҙә онотабыҙ, аҙаҡтан ҡабат дауаханаға барып рәхмәттәр әйтеп йөрөмәйбеҙ.
Миңә лә үҙемдең йәшәү дәүерендә дауахана юлын байтаҡ тапарға тура килде. Мөрәжәғәт иткән табиптарым араһында Азат Әхмәт улы Байгилдин да булды. Ул – үҙ һөнәренең оҫтаһы. Эйелгәндә танауҙан тәмһеҙ (һаҫыҡ) һыу аға тип барғайным, рентгенға ҡуйып ҡарап, гайморит, тип миңә операция яһаны. Бына инде нисә йылдар танау мине башҡа борсомай. Шул табипҡа нисек рәхмәт әйтмәйһең инде?! Нимәләр генә әйтһәң дә аҙ һымаҡ.
Тағы ла теш һурыу табибы Рәмил Суфый улы Хужинға йыш ҡына барырға тура килде. Нисә тешемде уға ышанып тапшырғанмындыр – белмәйем. Иң тәүҙә матур итеп ҡарап сыға, нимәлер яҙа. Һура торған булһа – һура, йәки дауалау кабинетына ебәрә. Бик ипле егет, оҫта һурыусы. Уны ла үҙ профессияһының оҫтаһы тип һанайым. Был һүҙҙәрҙе теш дауалаусы Гөлнара Рәшит ҡыҙы Абдуллина тураһында ла әйтергә була, бик тә бөхтә, тештәрҙе ентекләп тикшереп ҡарап, дауалай. Һурып ташлауы бер ни түгел, әлбиттә, дауалаһаң, тешле булаһың. Үҙеңдеке – үҙеңдеке инде, яһалма теш түгел. Бер теште дауалау өсөн биш-алты тапҡыр сыҡҡанмындыр инде буранда Иҫәнғолға, барыбер дауалап, хәҙер рәхәтләнеп үҙ тешем менән сәйнәп ашайым. Башҡорттоң мәҡәле бар бит инде: “Ҡунаҡ әҙ ултыра, күп һынай”. Нисә тапҡыр барһам да шул бер теш менән, һәр ваҡыт яҡты йөҙ, тәмле һүҙ менән ҡаршы алдылар.
Тағы бер табип тураһында әйтмәйенсә ҡалдырһам, яҙыҡ булыр. Ул – Дамир Арслан улы Йосопов. Бик оҙаҡ йылдар Иҙелбәк участка табибы булып эшләй. Оҫта терапевт, мин генә түгел, башҡа пациенттары ла былһүҙҙәргә ҡушылыр, моғайын. Эш көнөнән һуң саҡыртһаң да, килеп ҡарап, нисек дауаланырға өйрәтеп китә.
Үрҙә телгә алынған табиптарҙың һәр ҡайһыһы маҡтауға лайыҡ. Уларға һәм кешеләрҙең һаулығын һаҡлау һағында торған башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә лә эштәрендә уңыштар, үҙ һөнәренә тоғро хеҙмәт итеүҙәрен теләйем.
Нурмөхәмәт Теләмов. Юнай ауылы.
Читайте нас: