Бөтә яңылыҡтар

Балағыҙға күкрәк һөтө имеҙегеҙ

1-нән 7 авгусҡа тиклем Бөтә донъя әсә һөтө менән туҡландырыуҙы хуплау аҙналығы үтте.Нисек баланы дөрөҫ имеҙергә? Имеҙеүҙең ниндәй үҙенсәлектәре бар? Ошо хаҡта сайтта уҡығыҙ.

Балағыҙға күкрәк һөтө имеҙегеҙ
Һеҙҙең күкрәк һөтөгөҙ – тик сабыйығыҙ өсөн. Тәүге күкрәк һөтө, йәғни ыуыҙ уға был донъялағы тәүге сәғәттәрендә айырыуса бик мөһим. Артабан иһә, алты айына тиклем сабыйға күкрәк һөтөнән башҡа бер нимә лә кәрәкмәй. Сөнки башҡа аҙыҡтан уның аппетиты боҙола, күкрәк һөтөн имеү теләген кәметә. Ә инде сабыйығыҙға алты ай тулғас, рационына өҫтәлмә аҙыҡтар индерергә була. Әммә тик күкрәк һөтө генә генә балаға тулыһынса туйырға ярҙам итә, һаулығына яҡшы йоғонто яһаясаҡ. Шуға күрә имеҙеүҙе ике йәшкә тиклем дауам итергә кәңәш ителә.
Һәр йәш әсәне “күкрәк һөтө етмәһә?” йәки “имеҙгәндә ҡыйынлыҡтар тыуһа?” кеүек һорауҙар борсоуы мөмкин.
Уңышлы имеҙеү серҙәре
Беренсенән, баланы имеҙеү һеҙгә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ килтерергә тейеш түгел. Ятып имеҙәһегеҙме, ултырыпмы – нисек булһа ла, һеҙгә уңайлы булһын. Баланың башын, йөҙө күкрәгегеҙгә ҡаршы булырлыҡ итеп, тотоғоҙ. Һеҙҙең менән сабыйығыҙҙың араһындағы тығыҙ бәйләнеш күкрәк һөтөн арттырырға булышлыҡ итәсәк. Имеҙгәндә ауыртыу булмаҫҡа тейеш. Ауырта икән, тимәк, бала дөрөҫ ятмай. Әгәр имеҙеү уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмай икән, тимәк, һеҙ барыһын да дөрөҫ эшләһегеҙ.
Икенсенән, бала ни тиклем күп һәм оҙаҡ имгеһе килә, шулай имергә тейеш. Сабый имгән һайын, һеҙҙең һөтөгөҙ арта. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ, балағыҙ үҫә икән, тимәк, барыһы ла дөрөҫ.
Өсөнсөнән, үҙегеҙгә, сабыйығыҙға етерлек һөт бирә алыуығыҙға ышанығыҙ. Яҡындарығыҙҙан ярҙам һорағыҙ: йылы һүҙҙәр, массаж – донъялағы иң һәйбәт дарыуҙарға ҡарағанда ла имеҙеүҙе уңышлыраҡ итәсәк. Тулы мәғлүмәтте участка табибынан йәки яҡындағы медицина учрежденияһында алырға була.
Һеҙ ни өсөн балағыҙҙы имеҙәһегеҙ? Сөнки күкрәк һөтө – сабыйға үҫер һәм үҫешер өсөн иң кәрәкле һәм яҡшы нәмә.
Күкрәк һөтө имеҙеү баланы диареянан һәм эсәк, тын, бүлеп сығарыу юлдары, ҡолаҡ инфекцияларынан, диабеттан һаҡлаһа, йәш әсәне, үҙ сиратында, анемия, түш биҙҙәре яман шеше барлыҡҡа килеүҙән, оло йәштә һөйәк ауырыуҙарынан, бала тапҡандан һуң тәүге алты ай ауырға ҡалыуҙан һаҡлай.
А. Туҡаева, табип-педиатр.
Читайте нас: