Бөтә яңылыҡтар

"Мин оран һаласаҡмын!" - Ковидтан шәбәйеүсе яҙмаһы

Кешелəрҙең коронавирус тураһында буш хəбəрҙəрен үҙ ҡолаҡтарым менəн ишетеп, борсолоуға ҡалдым. «Бер ниндəй ҙə ауырыу юҡ! Кеше башын ҡатыралар! Көнө-төнө, ҡайһы ғына тапшырыуҙы асма, шуны ғына һөйлəйҙəр!» – ти улар. Бына ни уйлайҙар?! Ə мин шымып ҡалырға тейешме? Туғандарым, яҡын кешелəрем, ил, барлыҡ донъя мəкерле сир ҡорбаны булһынмы?!Юҡ! Мин оран һаласаҡмын! Үҙем ошо сир менəн ауырыған кеше.

Кешелəрҙең коронавирус тураһында буш хəбəрҙəрен үҙ ҡолаҡтарым менəн ишетеп, борсолоуға ҡалдым. «Бер ниндəй ҙə ауырыу юҡ! Кеше башын ҡатыралар! Көнө-төнө, ҡайһы ғына тапшырыуҙы асма, шуны ғына һөйлəйҙəр!» – ти улар. Бына ни уйлайҙар?! Ə мин шымып ҡалырға тейешме? Туғандарым, яҡын кешелəрем, ил, барлыҡ донъя мəкерле сир ҡорбаны булһынмы?!
Юҡ! Мин оран һаласаҡмын! Үҙем ошо сир менəн ауырыған кеше. Йəшермəйем, уның бер ниндəй ҙə ояты юҡ. Ауырыу бер кемдəн дə һорап килмəй йə кемделер һайламай. Был – алама сир, киҙеүҙең ауыр төрө. Киҙеү менəн кем генə ауырымай? Ə коронавирус – киҙеүҙең яңы, ҡурҡыныс, мəкерле төрө. Мəкерле, сөнки аҫтыртын ғына кеше организмына оялап, унда пневмония, йə булмаһа, икенсе төрлө əйткəндə, үпкə ауырыуын тыуҙыра.
Аңларға телəмəүселəрҙең вайымһыҙ булыуынан күпме кеше үҙҙəрен һаҡлау сараларын үтəмəй?! Халыҡ күп булған кибеттəрҙə, транспортта битлек, бирсəткə кеймəйҙəр. Был һаҡлағыстарҙы,
урамға сығып килгəс, яҡшылап йыуып, үтеклəп, ҡояшҡа элеү мотлаҡ.
Нисə кеше тотҡан ишекте асабыҙ, ябабыҙ, ҡайҙа ғына таянмайбыҙ! Дөйөм бəҙрəфкə инəбеҙ, ашханала ашайбыҙ. Унда ашамауың хəйерле.
Өйгə ҡайтып ингəс, кейеп йөрөгəн тышҡы кейемде ҡояшҡа элергə кəрəк – уға ауырыу кешенең вирусы элəгеүе мөмкин.
Ҡул-битте бактерияларға ҡаршы шыйыҡса менəн йыумайынса тороп, өйҙəге əйберҙəргə ҡағылмаҫҡа.
Өй ишегенең тотҡаһын йыш ҡына йыуып торорға.
Тышҡа сығыр алдынан танау ҡыуышлығына һиптертеү өсөн махсус препараттарҙы ҡулланырға. Дауаханаларҙа хлоргексидинлы гель кеүек əйберҙəр һатыла. Бактерияларҙы үлтереүсе шыйыҡса һəр кемдең ҡулында булырға тейеш, ҡайҙа барһаң да, үҙең менəн алып йөрөү кəрəк.

Йəш организмда вирус оялап, беленмəй, оҙаҡ ҡына йəшəргə лə мөмкин. Сөнки йəштəрҙең иммунитеты яҡшы. Лəкин ул кеше вирус таратыусы булып йөрөй ҙə. Шуға ла һəр кем, быны мотлаҡ тип иҫəплəйем, үҙенəн тест-анализ алыуҙарын табиптарҙан талап итергə тейеш. Улар өлгөрə лə алмайҙыр. Ə һин үҙеңде уйла, ярата бел, башҡаларҙы ла ихтирам ит!
Мəкерле сиргə ҡарата вайымһыҙ булыусыларҙы дөрөҫ юлға сығарыу ниəтендə башымдан кисергəндəремде һөйлəп үткем килə. Үҙемде йəллəтеү йə маҡтаныу өсөн түгел. Йəшəй-йəшəй килə тормош ҡанундарына бешегеп сыныҡҡанмын. Шуғалыр ҙа үткəн яҙмышыма мең рəхмəтлемен. Миңə һынмаҫ рух, ихтыяр көсө биргəнгə.
Быйыл миңə Өфөлə дауаланырға тура килде. Бына шунда күпме кеше, сирҙəрен дауаларға барып, мəкерле сиргə тарыны. Һөҙөмтəлə оҙайлы дауаланыу курсы үттелəр.
Өфөлə тəүге дауаханала булған саҡта уҡ, бер кешелə коронавирус булыуына шик табып, бер аҙнанан ашыу карантинда тоттолар. Һуңынан өс автобусҡа ултыртып, инфекция дауаханаһына күҙəтеү аҫтына күсерҙелəр. Автобуста китеп барғанда һеңлем, хəлемде һорашып, шылтыратты һəм мин уға: «Беҙҙе крематорийға алып китеп баралар шикелле», – тип шаяртып əйттем. Эргə-тирəлəгелəр гөж килеп көлөштө. Барып төшһəк, беҙҙе «космонавтар» ҡаршы алды. Табиптарҙы шундай кейемдə беренсе тапҡыр күрҙек.
Коронавирус булыуына шикле тип, бында ла карантинда булдыҡ. Барыбыҙҙың да эпикризында шулай яҙылған: «Выписывается в связи с контактом с больным, подозрительным на новую коронавирусную инфекцию COVID-19, на изоляцию в специализированное учреждение».
Бында тест-анализ алып торҙолар. Көн дə тəн температураһын, йөрəк тибешен тикшерҙелəр. Миндə был тикшереүҙəрҙең барыһы ла нормала ине. Һуңынан икенсе тест-анализ алдылар. Тик ниңəлер һөҙөмтəһен əйтмəнелəр.
Бер ҙə көтмəгəндə, төн уртаһында Өфөлəге инфекция дауаханаһынан дүрт ҡатынды (Əбйəлилдəн, Учалынан), шул иҫəптəн мине Белорет ҡалаһының инфекция дауаханаһына «Тиҙ ярҙам» машинаһы менəн алып килделəр. Беҙҙең барыбыҙға ла коронавирус сире йоҡҡан булған. Əбйəлилдəн ауырыуҙарҙы Стəрлетамаҡ инфекция дауаханаһы дарыуҙар менəн тəьмин итеүен етəксе табип телефондан хəбəр итте. Һорауҙарыбыҙ килеп сыҡһа, бəйлəнешкə инергə кəрəклеген əйтте. Бер нисə тапҡыр, сетерекле хəл килеп сыҡҡанда, уның менəн бəйлəнеш тоттом.
Коронавирус сиренə ҡаршы СПИД, сифилис ауырыуҙарын дауалаусы медикаменттар ҡулланыла икəн. Улар – бик көслө дарыуҙар.
Мəкерле сирҙе хроник ауырыуҙары булғандар ауыр кисерə, сөнки уларҙың иммунитеты түбəн.
Коронавирус сире йоҡһа, тик ятырға ярамай. Төрлө күнекмə эшлəгəн, хəрəкəттə булғандар тиҙ һауыға. Ауырыған ваҡытымда төрлө күнекмəлəр уйлап сығарҙым. Ауырыусыларға был алымдарымды əйтеп, рəхмəт һүҙҙəрен алам. Үҙҙəрен: «Һай, афарин, бына булдырҙың бит!» – тип маҡтайым.
Күнекмəлəр
– Ҡулдарым менəн тулҡындарҙы ишеп йөҙгəн кеүек хəрəкəттə йөрөйөм.
– Ихлас һелтəп бесəн сабам.
– Ҡош булып осам, ике ҡулымды тигеҙ итеп талғын ғына һелтəп,
йүгерəм йə бейейем.
– Скакалка менəн ырғыған кеүек һикерəм.
– «Ат өҫтөндə ултырып, сыбыртҡы тотоп болғай-болғай», ырғанлап
«сабам», «сыбыртҡы»ны бер ҡулымдан икенсе ҡулыма күсерəм.

– Ҡулдарымды бейек-бейеккə еткерергə тырышып һуҙам. Ошо уҡ
ваҡытта танау аша тын алып, тынымды оҙағыраҡ тотороға тырышам.
Һуңынан, ҡулдарымды аҫҡа төшөргəндə, яй ғына тынымды сығарам.
– Он илəгəн кеүек, бар тəнемде һелкетəм. Яурын, янбаштарымды
«уйнатам».
– «Ҡайсы» хəрəкəте (физкультура дəресенəн барыбыҙға ла таныш).
– Ҡулдарымды йəн-яҡҡа һелтəйем.
– Йыр йырлайым, əлбиттə, тыным етмəй ине əле. Йырлағанда тын
юлдары асылыуын, һулыш алыуы иркенəйеүен белə инем
(дауаханала мине йүлəрлəнеп бара тип тə уйлағандарҙыр, тим. Һаулығым өсөн көрəшəм. Əллə ни матур йырламайым. Əммə йырмоңға ғашиҡмын).
Бар күнекмəне лə танау аша тын алып, тыныс ҡына эшлəү яҡшы һөҙөмтə бирə. Уларҙың бер нисəһен эшлəгəндəн һуң табиптар кəңəш
иткəн күнекмəне эшлəйем. Юрғанымды, эсенə ҡатлап тағы бер кейем һалып, түмəргə оҡшатып, тығыҙ итеп бөклəйем. Артабан иҙəнгə матрас түшəйем. «Түмəр»ҙе кендегемдəн өҫтəрəк тəңгəлдə арҡырыға тура килтереп, өҫтөнə ятам. Кəүҙəм көйəнтə кеүек, эйелеп торған хəлдə була. Ошо хəлдə ҡулдарымды алға һуҙып һалам да,
тыныс ҡына эскə тəрəн тын алам һəм тышҡа яйлап ҡына тынымды сығарам. Мөмкин булғанса көсəнеп, эстəге һауаны сығарырға кəрəк. Бер сəғəт шулай ятам.
Был – күнекмəнең 1-се эше.
2-се эше: «түмəр»ҙе алып ситкə ҡуям, бында уның кəрəге юҡ. Хəҙер уң яҡ ҡабырғаға ятам, кəүҙə тура, аяҡтар ҙа тура килеш һуҙып
һалына. Йəнə тəрəн итеп тын алам һəм яйлап ҡына һуҙып тынды тышҡа сығарам.
3-сө эше: шул уҡ 2-се эште ҡабатлайһың.
Быны бер нисə тапҡыр эшлəгəндəн һуң үпкəлəге шайыҡ (ҡаҡырыҡ рəүешендə) сыға башлай. Уҡшытып, ҡоҫтороп та сыға. Ҡыуан ғына үпкəгə оялаған алама шыйыҡсаны тышҡа сығара алыуыңа!
Бындай күнекмəлəр организмда ҡан йөрөшөн яҡшырта, үпкəне кислород менəн тəьмин итə. Һөҙөмтəлə вирусты ҡыҫырыҡлап сығара. Үпкəгə алама шайыҡтың йəбешеүенəн ҡотҡара. Ə хəрəкəт итмəй, тик ятһаң, алама шайыҡ үпкəлə серей башлай, эренлəй, артабан үпкəнең шешеүенə килтерə. Аҙағы үкенесле тамамланыуы мөмкин.
Минең практикам буйынса, табиптар кəңəш иткəн күнекмə алдынан юғарыла яҙып киткəн төрлө хəрəкəттəрҙе башҡарыу отошло.
ИҪКƏРМƏ: күнекмəне ашағандан һуң бер сəғəттəн ашыу ваҡыт үткəс кенə һəм уң яҡ ҡабырғаға ятып, 2-се эштəн башларға.
Был күнекмəлəрҙе ныҡ ауырығанымда эшлəй алманым. Тар ғына бүлмəлə атлап йөрөнөм. Инфекцион дауаханала бүлмəлə генə булаһың. Бер ҡайҙа ла сыҡмайһың. Күнекмəлəр сирле кешенең хəлен ныҡ ала. Ял алып эшлəүгə күсə инем. Ауырыуымды тырышлығым, сабыр, ыңғай ҡарашта булыуым менəн еңеп сыҡтым. Етмəһə, миндə бала саҡтан ҡалған хроник сир – панкреатит бар. Дарыуҙарҙан һуң ул ҡуҙғып китте. Бер кемгə лə ауыр хəлдə булыуымды белдергем килмəне.
Телефондан шылтыратыусылар менəн һөйлəшергə телем əйлəнмəне. «Арыйым», – тип яуап яҙғас, хəлемде белергə телəүселəр башҡаса шылтыратмаҫ булды. Бер юлы ике сиргə – хроник ауырыуым һəм коронавирусҡа ҡаршы көрəш миңə лə, табиптарға ла еңелдəн булманы. Уйымда – тик күнекмəлəр эшлəү.
Улар былай ҙа хəлһеҙ организмымды йонсотто. Лəкин туҡтаманым, йəшəр өсөн аҡтыҡ көсөмдө түктем. Бөтөнлəй ашап-эсеүҙəн яҙҙым. Табиптар система аша туҡландырҙы.
Ниһайəт, температурам нормаллəште. Тəнем еңелəйҙе, тын алыуы иркенəйҙе. Нисə көнгə һуҙылған үлем һəм йəшəү араһындағы көрəштең тере шаһиты булдым.
Ошоға тиклем балаларымдың, дуҫтарымдың, туғандарымдың алып килгəн əйберҙəре һалынған ҡапсыҡтарҙы асып ҡарарлыҡ хəлем булмағанлыҡтан аҙыҡ-түлек иҫкереп бөткəйне.
Терелгəс, иң беренсе яҙыусы Зөһрə Үтəғолова алып килгəн дəфтəрҙең беренсе битен асып, телефондан ҡарап, «Аятел Көрси»ҙе яҙҙым. Ҙур аятты көйлəп уҡырға өйрəндем. Был ҡалын дəфтəрҙе Зөһрəнең иң ҡəҙерле, изге бүлəге итеп һаҡлармын. Тағы ике сүрə өҫтəп яҙҙым. Динде ныҡлап өйрəнергə башланғыс юлым асылды.
Ата-бабаларыбыҙҙың фəһемле, тəрбиəүи кəңəштəре кəрəк буласаҡ. Һауыҡҡас, табиптар: «Афарин, Нəсимə апай, еңеп сыҡтың бит!» – тип, шатлыҡтарынан ҡосаҡлап һөйҙө. Матур итеп оҙатып ҡалдылар.
Эйе, беҙ коронавирус менəн иң беренсе ауырығандар булдыҡ. Тəүге йоҡҡан вирус көслөрəк була, мин шуны йоҡторғанмын. Был сир кешенəн-кешегə күсеп «йыуашая», кеше еңел үткəрə. Тик хроник ауырыуы булғандар өсөн ул ауыр. Табиптарға ауырыусыларҙы дауалауы еңел дəн булманы. Уларҙың тейешле практикаһы юҡ ине. Кəрəкле дарыуҙар ваҡытында килеп етмəне (балаларым дарыуҙарҙы тиҙлəтеп табып алып килеп торҙо).
Тест-анализдар Өфөгə ебəреп билдəлəнде. Аппараттар (үпкəне таҙартыу өсөн) бик һуң ғына килде. Илдə көндəн-көн сирҙе дауалау алымдары камиллаша. Табиптар
был сир буйынса белемен үҫтереү өҫтөндə.
Хəҙер мин өйҙə, табиптар күҙəтеүе аҫтында, ике аҙналыҡ карантинда. Һаулығым яҡшырғандан-яҡшырыуын тоям. Йүгерəм, төрлө хəрəкəт эшлəйем. Баҡсала түтəлдəргə һыу ҡоям. Иммунитетымды күтəреү өсөн төрлəндереп туҡланам. Улым етерлек аҙыҡ-түлек алып килде. Ижад менəн шөғөллəнəм.
Яңыраҡ райондан табиптар килеп, тест-анализ алды, һөҙөмтəһе «кире» булды. Йəғни, яҡшы, тип атала.
Һаулыҡтан да ҡиммəт байлыҡ юҡ, уны бер нисек тə һатып алып булмай. Ошондай ауырыуҙарға бирешмəҫ өсөн сəлəмəт тормош ҡороп йəшəүгə ни етə?! Спиртлы эсемлектəр, тəмəке тартыу һаулыҡты ҡаҡшата. Спорт менəн даими шөғөллəнеү ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлыҡты көсəйтə генə. Ғаилə менəн спортта сынығыу тормошобоҙға күркəмлек кенə өҫтəй. Аҙғын ғəҙəт яҡшыға алып бармай. Таҙалыҡ, инсафлыҡ кеүек ҡағиҙəлəрҙе балаларыбыҙ кесе йəштəн үк аңлап үҫһен ине.
Минең ошо күргəндəрем, кəңəштəрем мəкерле сиргə ышанмаусыларға фəһемле ораным булып барып етһен.
Ерҙə сир йəшəй əле, күпме йəшəр – билдəһеҙ. Һəр кем үҙен һаҡлау ҡағиҙəлəрен теүəл үтəһен. «Үҙеңде ярата бел!» – тип əйткем килə кешелəргə. Ул – мəҙəниəтле булыу, дөйөм ил фекеренə ҡолаҡ һалыу тигəн һүҙ. Был осраҡта илдə, барлыҡ донъяла мəкерле сир тиҙерəк бөтөүгə барыр ине.
Нəсимə ҒАЙСИНА.
Читайте нас: