Бөтә яңылыҡтар

Үләнселәр

Кешелек бөтә дәүерҙәрҙә лә шифалы үләндәр менән дауаланыуға өҫтөнлөк биргән. Һуңғы йылдарҙа “йәшел аптека”ға мөрәжәғәт итеүселәр артыуы күҙәтелә. Һәр ауылда ла дарыу үләндәре йыйыусылар бар. Ә Юлдыбай ауылының үләнселәре Вәимә Ҡолдәүләтова, Зөлфирә Килдейәрова һәм Розалия Ғәлиеваны күптәр танып беләлер.

Кешелек бөтә дәүерҙәрҙә лә шифалы үләндәр менән дауаланыуға өҫтөнлөк биргән. Һуңғы йылдарҙа “йәшел аптека”ға мөрәжәғәт итеүселәр артыуы күҙәтелә. Һәр ауылда ла дарыу үләндәре йыйыусылар бар. Ә Юлдыбай ауылының үләнселәре Вәимә Ҡолдәүләтова, Зөлфирә Килдейәрова һәм Розалия Ғәлиеваны күптәр танып беләлер. Улар район кимәлендә үткән төрлө сараларҙа дарыу үләндәре күргәҙмәһен тәҡдим итә, халыҡты шифалы үлән сәйҙәре менән һыйлай.
Вәимә апай 2016 йылда “Мин һине яратам, тормош” конкурсында дарыу үләндәре күргәҙмәһендә ҡатнашып, беренсе урын алғас, Юлдыбай апайҙары дәртләнеп китә һәм берләшеп, ошо юҫыҡтағы эштә дауам итергә булалар. Һуңғы бер нисә йыл инде улар дарыу үләндәрен бергәләп йыйып, киптерәләр, унан һаҡлауға туҡыманан тегелгән тоҡсайҙарға һалалар. Бөгөн апайҙар 53 төрлө үлән йыя.
  • Дарыу үләндәрен ҡулланыу буйынса быуындан-быуынға тапшырыла килгән белемде генә ҡулланмайбыҙ. Эҙләнәбеҙ, уҡыйбыҙ, һынайбыҙ, – тиҙәр үләнселәр. Уларҙың клуб мөйөшөндә булдырылған кескәй китапханаһында элекке китаптар ҙа, почта аша яҙҙырып алынған өр-яңылары ла бар. Үләндәрҙең өлгөләре лә ошонда һаҡлана.
  • Әйткәндәй, хаҡлы ялдағы Вәимә апай, ауыл фельдшеры Зөлфирә апай һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалия апай – өсөһө лә урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән ауылдаштар ғына түгел, күрше ауылдарға ла кәңәш менән дә, үлән менән дә ихлас ярҙам итә улар. Ә Себер тарафынан ҡайтыусылар иһә уларҙың йыйған үләнен хатта тоҡлап алып китә икән.
    • Һуңғы арала халыҡтың дарыу үләндәренә, айырыуса әрем һәм дегәнәккә ҡыҙыҡһыныуы артты, – ти Зөлфирә апай һәм медицина хеҙмәткәре булараҡ, үҙ ереңдә үҫкән үләндәрҙең шифаһы һис шикһеҙ көслө булыуын билдәләй. Хатта дарыу килешмәгән саҡта ярҙам иткән осраҡтарына үҙе шаһит. Тик дарыу үләндәре менән дауаланыр алдынан һәр кем табип менән кәңәшләшергә тейешлеген дә иҫкәртә.
    • Читайте нас: