Бөтә яңылыҡтар

ПНЕВМОНИЯНАН нисек һаҡланырға

Бөтə донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестəре пневмонияны «беренсе һанлы үлтереүсе» тип атаған. Ул иң ҡурҡыныс ун үлемесле сир исемлегенə ингəн. Был сир менəн йылдың телəһə ҡайһы миҙгелендə сирлəргə мөмкин. Грипп һəм киҙеү мəлендə сирлəү ихтималлығы уғата көсəйə, бер нисə тапҡырға арта.

Бөтə донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестəре пневмонияны «беренсе һанлы үлтереүсе» тип атаған.
Ул иң ҡурҡыныс ун үлемесле сир исемлегенə ингəн. Был сир менəн йылдың телəһə ҡайһы миҙгелендə сирлəргə мөмкин. Грипп һəм киҙеү мəлендə сирлəү ихтималлығы уғата көсəйə, бер нисə тапҡырға арта.
Ул ниндəй сир?
Пневмония йəки үпкəлəрҙең ялҡынһыныуы – микроорганизмдар (пневмококк, гемофиль таяҡсалары, стафилококк) барлыҡҡа килтергəн сир, уны йүткергəндə
йəки сөскөргəндə һауа-тамаҡ юлы, шулай уҡ шайыҡ ҡалған əйберҙəр аша йоҡторорға мөмкин. Шулай уҡ тартыу, иҫерткес эсемлектəр эсеү кеүек насар ғəҙəттəр ҙə, əҙ
хəрəкəтлəнеү ҙə, артыҡ кəүҙə ауырлығы ла иммунитетты төшөрөп, был сиргə килтерə.
Кемдəр өсөн ҡурҡыныс?
Пневмония 5 йəшкə тиклемге балалар өсөн уғата ҡурҡыныс. Сөнки улар был хəүефле сиргə ҡаршы көрəшерлек
иммунитетҡа эйə түгел. 60 – 70 йəштəн олораҡтар ҙа, диабет, астма, үпкəһе хроник сирле, иммунодефицит менəн яфаланған, грипп, киҙеү йоҡторған кешелəр ҙə уның
алдында көсһөҙ. Əгəр һеҙҙə түбəндəге билдəлəр – баш ауыртыу, мускулдарҙа ауыртыу, артыҡ ныҡ тирлəү, ныҡ эҫергəнеү,
ҡалтыраныу һəм өшөү, туҡтауһыҙ еүеш йүтəл, ирендəр күгəреү күҙəтелһə, шунда уҡ табипҡа мөрəжəғəт итегеҙ һəм күкрəк ситлегегеҙгə рентген тикшереүе үткəрегеҙ.
Дауалау
Сирлелəр табип күҙəтеүе аҫтында стационарҙа йəки өйҙə дауалана. Сир мəлендəге көслө йүтəл ауыҙҙың лайлалы ҡатламында бəлəкəй генə ялҡынһыныу усаҡтары барлыҡҡа килтерə. Уларҙы кəметеү өсөн көслө йүтəлдəн 2 аҙна үтеүгə төнгə ҡарай аш содаһы, прополис, пихта, зəйтүн, ҡарағай, бөтнөк майҙары менəн ингаляция эшлəгеҙ.
Йəшəгəн өйөгөҙҙə йəки фатирығыҙҙа саң йыйылыуына юл ҡуймағыҙ. Аҙнаһына ике тапҡыр уны еүешлəп йыйыштырығыҙ, көнөнə бер нисə тапҡыр бүлмəлəрегеҙҙе
еллəтегеҙ. Һауа дымландырғыс һатып алығыҙ. Əгəр мөмкинлегегеҙ булмаһа, бүлмəлəге һауаға пульверизатор ярҙамында һыу һиптереп дымлағыҙ.
Тышҡа сыҡҡанда юл эргəһендə йөрөмəгеҙ, мөмкинлегегеҙ булһа, ҡарағайҙар үҫкəн урманға йəки паркка барығыҙ.
Шулай уҡ тəмəке тартҡан кешелəрҙе урап үтегеҙ – үпкəлəрегеҙ һауыҡһын өсөн таҙа һауа кəрəк.
Сирҙе булдырмау саралары
Пневмония менəн яфаланмаҫ өсөн кешелəр күп булған урындарҙан, транспортта йөрөгəндə туҡтауһыҙ сөскөргəн йəки йүткергəн кешелəрҙəн ҡасығыҙ.
Күңел асыу урындарына – кино-концерттарға, спорт ярыштарын ҡарарға бармағыҙ.
Иммунитетты күтəреү өсөн
Бының өсөн көндəлек рационығыҙға 2 – 3 бүлкəт һарымһаҡ, ярты башлы һуған, 1 балғалаҡ имбирь һалынған 1 стакан сəй, көнөнə 1 тапҡыр быҡтырылған кишер, 2 – 3 бүҙəнə
йомортҡаһын индерегеҙ.
1 ҡалаҡ кипкəн календула сəскəһенə 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сəғəт төнəтегеҙ. Һөҙөп алғас, көнөнə 3 – 4 тапҡыр ашарҙан 15 минут алда 1-əр ҡалаҡ ошо төнəтмəне эсегеҙ.
Дарыуханала эхинацея төнəтмəһен һатып алып, 15 – 25 тамсыһын бер рюмка һыуға тамыҙып, иртəн һəм төшкө
ашты ашар алдынан бер ай эсегеҙ.
Прополистың спиртлы төнəтмəһен алып, бер рюмка һыуға ярты балғалаҡ һалып, ашарҙан 20 минут алда көнөнə өс
тапҡыр ҡулланығыҙ. Дауаланыу курсы – көҙгөһөн һəм яҙғыһын 1 – 2 ай.
Фото: Т. Аманов.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: