Эпос ижад ителгән саҡта уҡ шундай хәүеф булған. Урал батыр ағаһы Шүлгәнгә бер нисә тапҡыр иҫкәртеү яһай һәм ӘСӘ һөтөн ыу итмәҫкә өндәй. Әммә Шүлгән үҙенекен ҡайыра һәм мәңге үлмәҫ Яуызлыҡ, "күленән ил мандымаҫ" ҡара көс булып ҡала.
Ыу йәғни алкоголле эсемлектең ни тиклем зыян килтергәнлеген аңлайбыҙ. "Айныҡ ауыл" конкурстары иғлан ителә. Әммә беҙ конкурс өсөн түгел, халҡыбыҙ киләсәге өсөн Урал батыр васыятын үтәргә тейешбеҙ.
Был афәт ошо һуңғы Ватан һуғышынан һуң көсәйеп китә. Башҡорт халҡының ҡанында булмаған ул алкоголле эсемлеккә тартылыу. Шуның өсөн организмда ҡаршы тороу көсө лә юҡ кимәлендә. Был да эстән рух емерә - "уйым-уйым күлдәрҙең барында дейеү буласаҡ".
Тантаналарҙа ҡымыҙ, буҙа иң шәп эсемлек.Хәҙер анһат юл менән аҡса һуғыусылар ни генә уйлап тапмайҙар: ниндәйе генә юҡ ул эсемлектәрҙең. Тик йәшерен һатыу итеүселәр шуны аңлаһын ине: һүҙ көсө иҫ китмәле көскә эйә. Һине бер кем дә маҡтап телгә алмай, рәнйеш, ҡарғыш, ҡәһәр, хатта әсенеп әйтелгән һүҙ ҙә үҙеңә, ғаиләңә, нәҫелеңә ҡара нур йыя бара. Ә ҡара нур - ҡара ҡайғы.
Һәр берегеҙ ауылығыҙҙағы хәмер һатыусыларҙы күҙ алдына килтерегеҙ: кеменең ҡәһәрле болдан бәхет тапҡаны бар? Донъяһын ваҡытлыса ғына донъя бөтәйтеп алһа ла бер аҙҙан барыһы ла селпәрәмә килә. Был - ҡара нур көсө.
Башҡортто мылтыҡ ала алмаған, уҡлау алыр, һаҡ булығыҙ, тигәндәр. Йәғни Урал батыр васыятындағыса, тышҡы көс түгел, эске көс еңер.Ошо хәҡиҡәтте аңлатайыҡ халҡыбыҙға: конкурс өсөн түгел, балаларыбыҙҙың киләсәге хаҡына ЫУҙан баш тартайыҡ, Шүлгән юлын ҡыумайыҡ.