Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
19 Сентябрь 2020, 12:00

Мең дә бер кәңәш

Үлән сәйҙәре шифалыҮлән сәйҙәренең файҙаһы бик ҙур. Тик уларҙы самаһыҙ ҡулланыуҙан да һаҡ булырға кәрәк. Үлән сәйе, ниндәй үләндән булыуына ҡарап, тынысландырыу, көс биреү, һауыҡтырыу һ. б. көскә эйә.

Үлән сәйҙәренең файҙаһы бик ҙур. Тик уларҙы самаһыҙ ҡулланыуҙан да һаҡ булырға кәрәк. Үлән сәйе, ниндәй үләндән булыуына ҡарап, тынысландырыу, көс биреү, һауыҡтырыу һ. б. көскә эйә.
Иммунитетты нығытыу өсөн киптерелгән мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, гөлйемеш, йүкә, ҡарағат, алма япрағы, ромашканы онтап, сәй менән бергә бешереп эсергә.
Ер еләге япрағын емеш бирә башлағансы йыйырға кәрәк. Сәйгә ҡушып йыш эскәндә, дарыу менән төҙәлмәй торған ауырыуҙы сығарырға һәләтле.
Халыҡ медицинаһында иммунитетты күтәреү өсөн ҡурай еләгенең япраҡтарынан тыш, ботаҡтарын да ҡулланалар. Уларҙы ваҡ итеп турап (1-2 аш ҡалағы), 1 стакан һыуҙа ҡайнатып, 2 сәғәт тирәһе төнәткәс, көн буйына 1-2 ҡабым эсергә кәрәк.
1 сәй ҡалағы ромашка һәм йүкә сәскәһен, гөлйемеште 1 стакан ҡайнаған һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә. Әҙер ҡайнатманы һөҙөп, көнөнә 1/3 стакан эсергә.
Ауырыған саҡта мүк еләгенә шәкәр өҫтәп иҙеп, өҫтөнә сәй ҡойоп эсергә була.
Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә ауырыған саҡта уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланырға кәрәк. 2 аш ҡалағы киптерелгән емеште ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алырға. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы.
Читайте нас в