Ҡорт балы ярҙамында бихисап ауырыуҙарҙы дауалау мөмкин булыуы тураһында барыбыҙға ла мәғлүм. Һеҙҙҙең иғибарға Рафиҡ Ғүмәр улы Ноғомановтан бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Һыуыҡ тейгән саҡта балды төнгөлөккә ҡайнар сәй йәки һөт (1 стаканға 1 аш ҡалағы бал), лимон һуты (100 грамм бал һәм бер йәки ярты лимон), ҡурай еләге һәм башҡа үләндәр менән эсергә тәҡдим ителә.
Бер литр һыуға 0,5 кг һуған, 50 г бал һәм 40 г шәкәр һалып, һүрән генә утта ярты сәғәт ҡайнатырға. Һыуытылған һарҡындыны шешәгә ҡойорға һәм тығыҙ итеп ябырға. Көнөнә дүрт-алты аш ҡалағы әсәләр.
Бер аш ҡалағы миҡдарындағы үгәй инә үләне үҫемлегенең кипкән япраҡтарын бер стакан ҡайнар һыуҙа сәй һымаҡ бешерәләр. Аҙ ғына һыуыталар, һөҙәләр һәм бер аш ҡалағы бал өҫтәйҙәр. Йүтәлде йомшартыу сараһы булараҡ көнөнә ике-өс мәртәбә берәр аш ҡалағы эсергә кәрәк.
Ике аш ҡалағы киптерелгән (йәки 100 грамм яңы йыйылған) ҡурай еләге емештәре бер стакан һыуҙа бешерелә, 10-15 минуттан һуң бер аш ҡалағы күләмендә бал өҫтәлә һәм йылы килеш тирләткес дарыу сифатында ҡулланыла.
Киҙеү менән ауырығанда киң билдәле булған халыҡ сараһы – бал-һарымһаҡ бутҡаһы файҙалы. Уның өсөн ҡабығынан таҙартылған һарымһаҡты ҡырғыста ҡыралар, 1:1 нисбәтендә бал менән (йүкә балы яҡшыраҡ) бергә бутайҙар һәм йоҡлар алдынан бер аш ҡалағы миҡдарында ашап, йылы һыу әсәләр. Дауалау курсы – өс-биш көн. Ҡатнашманы ҡулланыр алдынан ғына әҙерләйҙәр.
Тымаулағанда сей ҡыҙыл сөгөлдөр һутына бал өҫтәргә лә танауға дүрт-биш тапҡыр биш-алтышар тамсы тамыҙырға.
Йүткергәндә бик һәйбәт сара – бал менән лимон һуты. Бер лимонды аҙ ғына һыуға һалып, әкрен генә янған утта 10 минут тирәһе бешерергә кәрәк. Шунан уны алып урталай ярырға ла, һутын һығып, ике аш ҡалағы глицерин өҫтәп болғатырға һәм стакан тулғансы бал ҡойорға.
Йоҡоһоҙлоҡ интектергәндә балдың тынысландырыусы тәьҫире файҙаланыла. Бер аш ҡалағы бал һалынған бер стакан йылымыс һыу һеҙҙе тәрән һәм тыныс йоҡо менән тәьмин итер.
Ҡан баҫымы юғары булғанда, бал менән йәшелсә һуттары тәҡдим ителә. Мәҫәлән, сөгөлдөр, кишер, шалҡан һутын һәм балды бер тигеҙ күләмдә (әйтәйек, берәр стакан) алып болғаталар. Ике-өс ай дауамында өс тапҡыр, ашарҙан бер сәғәт алда, бер аш ҡалағы эсергә. Ҡатнашманы һалҡын урында һаҡларға кәрәк.
Юғары әселекле гастрит ауырыуында көнөнә өс тапҡыр, ашарҙан 1,5-2 сәғәт алда бал ашарға. Бынан тыш, уны йылы һыуҙа иретеп, көнөнә 120-150-шәр грамм эсергә. Дауалау курсы - 1,5-2 ай.
Түбән әселекле гастрит ауырыуында балды ашар алдынан ҡабул итергә кәрәк. Ул һалҡын һыуҙа иретелергә тейеш. Уны көнөнә 120-150-шәр грамдан арттыра барып эсергә. Дауалау курсы - 1,5-2 ай.
Ашҡаҙан сей яраһы (язва) менән ауырығанда балды аҙыҡ ҡабул иткәнгә тиклем 1,5 сәғәт алдан йәки ашағас 3 сәғәттән һуң эсергә кәрәк. Балды иртәнге һәм төшкө ашҡа тиклем 1,5-2 сәғәт алдан һәм төшкө аштан һуң 3 сәғәт үткәс ҡулланыу яҡшыраҡ.
Балды йылы һыу менән ҡатнаштырып эсеү зарур, был иһә ашҡаҙан мускулатураһының тонусын кәметеүгә һәм ҡатнашманың яҡшыраҡ һеңеүенә булышлыҡ итә.
Бөйөрҙә таш булғанда, 20 грамм ҡыҙыл көртмәле япраҡтарын баллы (бер аш ҡалағы дәүмәлендә) бер стакан һыуға төнәтеп, берәр стаканлап көнөнә өс тапҡыр эсәләр.