Бөтә яңылыҡтар

Шифаһы бар

Р. Ноғомановтан ҡорт балының файҙаһы тураһында, быға тиклем баҫылғандарға өҫтәп, тағы бер нисә кәңәш.

Р. Ноғомановтан ҡорт балының файҙаһы тураһында, быға тиклем баҫылғандарға өҫтәп, тағы бер нисә кәңәш.
Йөрәк эшмәкәрлеге насарайғанда, бөйөр ауырыуҙарында бер аш ҡалағы кипкән гөлйемеште (100 грамм яңы бешкән емештәрҙе) бер стакан ҡайнар һыу менән бешерергә. 10 минут ҡайнатҡандан һуң, 12 - 24 сәғәткә һыуытырға ҡуйырға, һөҙөргә, емештәрҙе һығып айырып алырға, һарҡындыға бер аш ҡалағы бал һалып болғатырға. Яртышар стаканлап көнөнә ике-өс тапҡыр эсергә. Эсемлекте тәүге бер нисә тәүлектә файҙаланырға. Балаларға ла, өлкәндәргә лә файҙалы.
Ҡайһы бер кешеләр ҡорт балын ҡулланыуҙан баш тартыуын уның шәкәрҙән киммәтерәк булыуы менән аңлата. Ә һаулыҡ бит барыһынан да мөһимерәк. Сәләмәтлегеңде йәш саҡтан ук йүнләп һаҡламаһаң, барыбер дарыуҙарға күпләп аҡса тотонорға кәрәк буласаҡ. Шуның өсөн дә бал ҡулланыу – аҡсаны һаҡлауҙың иң уңышлы юлы. Шәкәрҙе, кәнфитте, шоколадты һәм дарыуҙы аҙыраҡ, ә саф, таҙа сәскә балын күберәк ҡулланығыҙ. Ул сағында бик күп ауырыу һеҙҙе ситләтеп үтер.
* * *
Халыҡ медицинаһында лаяҡыл иҫерек кешеләрҙе айнытыу ысулдары күптән бар. Мәҫәлән, ҡырҡ йәштән уҙған ир ай буйы туҡтауһыҙ эсә. Дауаханаға килтергән сакта ул үлемесле хәлдә була. Уға алты ҡалаҡ ҡорт балы ашаталар, 20 минут үтеүгә тағыла бирәләр. Ир 40 минут эсендә бөтәһе 18 ҡалаҡ бал ҡабул итә. Артабан дауалауҙы шулай дауам итәләр: алтышар балғалаҡтан торған өс дозаны 20 минут һайын ашаталар. Икенсе көндә иртән пациенттың хәлен тикшерәләр. Ул иртәнге һигеҙенсе яртыға тиклем йоҡлай. Эскесе ирҙең 20 йыл дауамында былай йоҡлағаны булмай. Уянғас та, уға тағы ла 20 минут аралыҡ менән алтышар балғалаҡтан торған өс доза, шунан һуң шыйыҡ итеп бешерелгән йомортҡа бирәләр. Ун минут үтеүгә, йәнә алты балғалаҡ бал ашарға ҡушалар. Иртәнге аш алдынан дауаланыусы дүрт балғалаҡ бал, бер стакан томат һуты һәм бер киҫәк йомшаҡ ит ашай. Десертҡа тағы ла дүрт балғалаҡ бал ҡабул итә.
Иптәше әлеге ирҙең киске аш өҫтәленә бер шешә спиртлы эсемлек килтереп ҡуя, тик тегеһе уны ситкә этәрә һәм үҙенең башҡаса эскеһе килмәүе тураһында белдерә. Ысынлап та, артабан ир бер ҡасан да ауыҙына араҡы алмай.
Халыҡ медицинаһы эске килеү теләгенең үтә лә ныҡ булыуын организмда калий етешмәүе менән аңлата. Калийҙың бынамын тигән сығанағы булған ҡорт балы спиртҡа булған һыуһынды кәметә (спиртҡа хатта сирҡанып ҡарау тойғоһо барлыҡҡа килә) һәм айнытыу процесын уңышлы башҡара.
Дания табибы Ларсен, иҫерек кешегә яртышар сәғәт аралыҡ менән ике тапҡыр бирелгән 125 грамм доза ҡорт балы уны айыҡ хәлгә килтерә, тип билдәләй. Бының сәбәбе шунда: балда бик юғары күләмдә фруктоза бар, был иһә алкоголдең тәьҫир итеү көсөн нейтралләштереүгә булышлыҡ итә.
Рафиҡ H0F0MAH0B.
Читайте нас: