Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә республикала коронавирус йоҡторғандар сафын 46 ауырыу тулыландырҙы. Шулай итеп, бөтәһе 9 144 кешегә Govid-19 диагнозы ҡуйылған.
Республикала барлығы 8 273 ауырыу һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә - 39 пациент. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә бер ауырыу вафат булған. Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, коронавирустан һәләк булғандар һаны 43-кә еткән.
Әле стационарҙарҙа – 108, амбулатор шарттарҙа 720 кеше дауалана.
Ә бына коронавирустан һауыҡҡандарға ҡымыҙ һәм бал менән һаулыҡтарын нығытырға кәңәш бирә Башҡортостан табиптары
Шулай уҡ тын алыу һәм дөйөм нығындырыу гимнастикаһын эшләргә кәрәк, тип кәңәш бирҙе белгестәр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы брифингында.