Бөтә яңылыҡтар

Мең дә бер кәңәш

Бал менән дауаланыуБыл ысул борондан билдәле. Шул уҡ ваҡытта һәр нәмәнең айырым ысулы, самаһы бар. Белеп ҡулланғанда ғына ул теге йәки был сиргә ҡаршы дауа булып тора.

Бал менән дауаланыу
Был ысул борондан билдәле. Шул уҡ ваҡытта һәр нәмәнең айырым ысулы, самаһы бар. Белеп ҡулланғанда ғына ул теге йәки был сиргә ҡаршы дауа булып тора.
Бронхит
Бронхитты (үпкә көпшәләренең шешеүе), ҡурылдай астмаһын дауалау өсөн бер литр һыуға 0,5 килограмм һуған, 400 грамм шәкәр һәм 50 грамм бал һалып, талғын утта өс сәғәт тоталар. Һуңынан барлыҡҡа килгән массаны һыуытҡыста һаҡлайҙар. Көнөнә дүрт-алты аш ҡалағы эсәләр.
Бурһыҡ майы таба алғандар өсөн дә кәңәш яҙабыҙ. Дөйөм күләме бер килограмм булған бурһыҡ майы, сусҡа майы, алоэ һуты (50 грамм етә), шоколад алына. Барыһы ла иретелә лә, бер килограмм бал ҡушып, бергә бутала. Ашар алдынан ярты сәғәт элек көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы ҡулланыла.
Киҫкен хроник бронхит, йүтәл
Алоэ сәскәләрен фарфор һауытҡа һалып, 1:10 иҫәбенән ҡайнар һыу ҡойола. Парланып, 10–15 минут торғандан һуң яртышар стакан эсергә кәрәк. Балды шәрбәте сыҡҡансы һалығыҙ.
Бронхиттан шулай уҡ баллы компрестар ярҙам итә. Күкрәк һәм арҡа бал менән һылана. Мамыҡ ябылып, өҫтөнә ҡағыҙ һалына һәм бәйләп ҡуйыла. Компресты төнөн дә сисмәйҙәр.
Сирҙе иҫкәртеү өсөн көн дә бер бүлкә һарымһаҡ һәм бер сәй ҡалағы бал ашарға тәҡдим ителә.
Тымау тейгәндә
Бер балғалаҡ бал, өс аш ҡалағы иҙелгән һуған алына һәм бер стакан йылы һыуға һалып болғатыла. Көнөнә бер нисә тапҡыр танау эсе йыуыла.
Һалҡын алдырғанда бер стакан баланды бер литр һыуға һалалар ҙа 10 минут ҡайнаталар. Тонғас, өс аш ҡалағы бал һалып болғаталар. Көнөнә яртышар стаканлап дүрт тапҡыр эселә.
Шулай уҡ үгәй инә үләнен дә ҡулланырға мөмкин. Уның өсөн бер аш ҡалағы үләнде бер стакан һыуға һалып ҡайнаталар. Тондорғас, аш ҡалағы бал ҡушыла. Ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн көнөнә ике тапҡыр эсәләр.
Читайте нас: