Бөтә яңылыҡтар

Иҫкәртеү – йыл дауамында барырға тейеш

Һәр кеше бер тапҡыр булһа ла ауырып үткәргән сирҙер ул грипп. Кемдең уны ғәҙәттәге тымаҡ кеүек күреп, хәүефле булыуын инҡар итә, бәғзеләр иһә “ҡош” йәки “сусҡа” киҙеүенән ҡурҡып, ҡәҙимге гриптың уларҙан да ҡурҡынысыраҡ булыу мөмкинлегенә иғтибар бирмәй. Шуға ла, грипп хаҡында етерлек яҙылыуға ҡарамаҫтан, беҙ иң кәрәкле һәм көнүҙәк мәғлүмәтте туплап, йәнә бер мәҡәлә арнарға булдыҡ. Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының табип-эпидемиологы Рита Дәүләтбәкованың мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ.

Һәр кеше бер тапҡыр булһа ла ауырып үткәргән сирҙер ул грипп. Кемдең уны ғәҙәттәге тымаҡ кеүек күреп, хәүефле булыуын инҡар итә, бәғзеләр иһә “ҡош” йәки “сусҡа” киҙеүенән ҡурҡып, ҡәҙимге гриптың уларҙан да ҡурҡынысыраҡ булыу мөмкинлегенә иғтибар бирмәй. Шуға ла, грипп хаҡында етерлек яҙылыуға ҡарамаҫтан, беҙ иң кәрәкле һәм көнүҙәк мәғлүмәтте туплап, йәнә бер мәҡәлә арнарға булдыҡ.
Грипп – йыш осраҡта тын алыу системаһын зарарлаусы киҫкен сир, йәғни киҫкен вируслы респиратор инфекцияһы. Йәғни, грипп иммунитет насарланғандан, йә өшөгәндән түгел, ә тап вирус йоҡҡандан килеп сыға. Уның үҙенсәлеге үҙгәреүсәнлегенә бәйле. Медицинала билдәле булған гриптың өс – А, В, С төрҙәре алмашлап ҡына килмәй, үҙҙәренең структураһын да үҙгәртә. Шуға ла эпидемия осоронда беҙҙең иммун системаһы яңы микроорганизм менән осраша. Был уның менән көрәште ҡатмарлаштыра. А төрөндәге вирус ныҡ таралыуы, ауыр формалы булыуы менән “дан” алған. С төрө иһә артыҡ ҡуҙғыусан түгел. Ә В төрө ауырлығы һәм таралыуы буйынса тәүге ике төрҙөң уртаһында.
Нисек йоға?
Грипп һауа-тамсы юлы менән йоға. Сирле кеше йүткергәндә, сөскөргәндә генә түгел, хатта тын алғанда ла үҙе янындағы һауала ауыҙ-танауҙан сыҡҡан бүлендек тамсыларынан зарарлы “болот” барлыҡҡа килтерә. Һау кеше ошо һауаны һулаһа, сир йоҡтора. Әйткәндәй, был зарарлы һауа әйләнәләге предметтар өҫтөнә ултыра һәм үҙенең тышҡы мөхиттәге әүҙемлеген бер нисә сәғәт дауамында һаҡлай. Тимәк, һауа ҡунған предметтар янынан үтеп барғанда, йә йыйыштырам тип уларҙы ҡаҡҡанда, зарарлы туҙан күтәрелеп, тын алған һауа менән организмға эләгә.
Ул нисек беленә?
Йәшерен, йәғни инкубация осоро –5-6 сәғәттән алып 3 тәүлеккә тиклем. Ошо ваҡыт эсендә вирус ауыҙ һәм танау аша организмға инә, ә иммунитет уның менән көрәшергә маташа. Инкубация осороноң оҙонлоғо вирустың төрөнә һәм һәр кешенең иммунитет системаһы ниндәйлегенә бәйле. Инкубация осор артынса сирҙең билдәләре барлыҡҡа килә башлай.
1. Тымау, танау тоноу, сөскөрөү, тамаҡ ҡымырйыу – башланғыс билдәләре.
2. Хәлһеҙлек, тән һыҙлау шулай уҡ башланғыс билдәләр булыуы, йә беренсе пунктта һаналғандарға ҡушылыуы мөмкин.
3. Тән температураһы күтәрелеү шулай уҡ сирҙе йоҡторғандың тәүге сәғәттәрендә барлыҡҡа килә. Грипп өсөн уның 40 градусҡа тиклем, хатта унан да юғарыраҡ күтәрелеүе бар.
4. Йүтәл саҡ ҡына һуңғараҡ барлыҡҡа килә һәм ул ҡоро булып, трахея һәм бронхаларҙы “йыртып” бара. Торараҡ “еүешләнә” һәм ҡаҡырыҡ бүленеп сыға башлай. Сир шулай дауам итһә, 5-6-сыкөнгә хәл яҡшыра, температура төшә. 7-10-сы көнгә кеше һауыға. Әммә хәлһеҙлек кеүек билдәләр йәнә 2-3 аҙнаға һыҙылыуы мөмкин.
Өҙлөгөү
Грипп үҙе лә еңел ауырыуҙан түгел, әммә иммун системаһы насарлыҡтан (мәҫәлән, балалар, өлкәндәр), бөтөнләй дауаланмауҙан йәки дөрөҫ дауаланмауҙан барлыҡҡа килгән өҙлөгөү уғата ҡурҡыныс.
1. Бронхит – ауырый башлағас, йүткереү бер аҙнанан үтмәй, ҡаҡырыҡ күп һәм эренле (йәшкелт, һары, көрән) булып бүленеп сыға.
2. Пневмония – үпкә туҡымаһының шешеүе. Ул вирустан түгел, ә вирус менән зарарланған бактерияларҙың лайлалы ҡатламдан үтеп инеүенән барлыҡҡа килә. Йонсотҡос йүтәл сирленең дөйөм хәл-торошон насарлай, тән температураһы күтәрелә. Ҡайһы саҡта өҙлөгөү пневмонияның үлемгә килтергән ауыр формаһына – геморрагик пневмонияға әйләнеүе бар.
3. Менингит һәм энцефалит – баш мейеһенең һәм уның ҡатламының шешеүе. Был өҙлөгөү өлкәндәрҙә һирәк күҙәтелә, ул ғәҙәттә, балаларға хас. Менингит һәм энцефалит интенсив терапия талап иткән, бик ауыр үтеүсе сир. Йыш ҡына үлемгә килтерә.
4. Көҙән йыйырыу – үҙәк нерв системаһы зарарланыуы билдәһе йәки үтә юғары температураға реакция булыуы мөмкин.
5. Галлюцинациялы психоз – ауыр интокцикация менән баш мейеһе функцияһы боҙолоуы билдәһе.
Дауаланыу
Сирлегә тыныслыҡ кәрәк, шуға ла күберәк ятырға кәңәш ителә. Ғәҙәттәге әүҙемлек (эшкә барыу, өй эсендәге эштәр) ярамай, ул өҙлөгөүгә килтереүе бар.
Грипп вирусы тиҙ тарала һәм органдарҙы тәрәнерәк, киңерәк зарарлай.Шуға ла хәл-тороштоң ауырлығын тик табип ҡына баһалай ала. Талап ителһә, тиҙ арала дауахана шарттарында дауаланырға кәрәк.

Иҫкәртеү
Грипты дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү күпкә еңелерәк. Иҫкәртеү йыл дауамында алып барылһа – бигерәк тә яҡшы. Дөрөҫ туҡланыу, физик күнегеүҙәр эшләү, сынығыу – иммунитетты күтәрә, тимәк сирҙәргә ҡаршы тороуҙы ла арттыра.
Вакциналау – медициналагрипты иҫкәртеүҙең төп ысулы. Йыл да, үткән йылдарҙы анализлап, яңы вакцина булдырыла. Вакцинаны эпидемия башланырҙан 1-3 ай алда эшләйҙәр.
Мамыҡ-марля битлек йөрөтөү – ул вирустың тын алыу юлдарына үтеп инеүенән һаҡлай. Әммә битлекте йыш алмаштырмаған осраҡта, ул үҙе үк вирус сығанағы була.
Поливитаминдар һәм С витамины ҡабул итеү. Көн дә һарымһаҡ ашаһағыҙ, ул ауыҙ ҡыуышлығындағы микроорганизмдарҙы кәметә.
Танауҙы сайҡатыу –бигерәк тә мәктәптән, эштән, йәмәғәт урындарынан ҡайтҡас быны эшләү яҡшы. Танау сайҡатыу өсөн физраствор яҡшы, ә танау эсе кипмәһен өсөн уны майлау яҡшы булыр.
Эпидемия осоронда кеше күп йыйылған урындарҙа булмай тороу хәйерле.
Саңды даими һөртөп тороу урынлы булыр.
Оксолин майы: танау эсенәдаими һөртөгөҙ, айырыуса кеше араһына сыҡҡанда.

Грипп – етди һәм хәүефле сир. Әммә көҙгө-ҡышҡы миҙгел етеүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, грипты иҫкәртеү уның менән сирләмәҫкә булышлыҡ итер. Сәләмәт булығыҙ!
Рита Дәүләтбәкова, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының табип-эпидемиологы.
Читайте нас: