Бөтә яңылыҡтар

Мең дә бер кәңәш

Халыҡ медицинаһыЙүткергәндә лимон сиробы һәм бал – бик яҡшы сара. Лимонды 10 минут буйы һүлпән утта бешерергә һәм стаканға һутын һығырға кәрәк. Артабан уның өҫтөнә һауыт тулғанға ҡәҙәр бал ҡушып болғатаһың. Хәлеңдең нисек булыуына ҡарап, уны көн һайын 1-3 ҡалаҡ эсергә кәңәш ителә.Ныҡ йүткергәндә иртәнсәк һәм йоҡлар алдынан пипетка менән тел тамырына пихтаның 3-5 тамсы таҙа майын тамыҙыу тәьҫирле.Йәнә бер дауа. Бер аш ҡалағы он (әгәр бала өсөн икән, 2-3 ҡалаҡ алыу кәрәк), берәр ҡалаҡ ҡоро горчица, көнбағыш майы, бал һәм араҡыны бергә һалып бутағыҙ, һыу быуында йылытығыҙ. Барлыҡҡа килгән «ҡамырҙы» дүрт ҡатлы марляға тигеҙ генә йәйеп, ғыжылдау ишетелгән йәки ауыртыныу һиҙелгән урынға һалығыҙ. Өҫтөнән клеенка ҡаплағыҙ һәм йылы шарф ябып ҡуйығыҙ. Был сараны бер нисә көн төнгөлөккә ҡулланыу яҡшы. Күптән йонсотҡан йүтәлдән дә ярҙам итә.Иммунитетты нығытыу өсөн: яңы быҙаулаған һыйырҙың ыуыҙ һөтөн бер стакан эсеү йыл буйына үҙегеҙҙе һау-сәләмәт тойорға ярҙам итә, тиҙәр.

Халыҡ медицинаһы
Йүткергәндә лимон сиробы һәм бал – бик яҡшы сара. Лимонды 10 минут буйы һүлпән утта бешерергә һәм стаканға һутын һығырға кәрәк. Артабан уның өҫтөнә һауыт тулғанға ҡәҙәр бал ҡушып болғатаһың. Хәлеңдең нисек булыуына ҡарап, уны көн һайын 1-3 ҡалаҡ эсергә кәңәш ителә.
Ныҡ йүткергәндә иртәнсәк һәм йоҡлар алдынан пипетка менән тел тамырына пихтаның 3-5 тамсы таҙа майын тамыҙыу тәьҫирле.
Йәнә бер дауа. Бер аш ҡалағы он (әгәр бала өсөн икән, 2-3 ҡалаҡ алыу кәрәк), берәр ҡалаҡ ҡоро горчица, көнбағыш майы, бал һәм араҡыны бергә һалып бутағыҙ, һыу быуында йылытығыҙ. Барлыҡҡа килгән «ҡамырҙы» дүрт ҡатлы марляға тигеҙ генә йәйеп, ғыжылдау ишетелгән йәки ауыртыныу һиҙелгән урынға һалығыҙ. Өҫтөнән клеенка ҡаплағыҙ һәм йылы шарф ябып ҡуйығыҙ. Был сараны бер нисә көн төнгөлөккә ҡулланыу яҡшы. Күптән йонсотҡан йүтәлдән дә ярҙам итә.
Иммунитетты нығытыу өсөн: яңы быҙаулаған һыйырҙың ыуыҙ һөтөн бер стакан эсеү йыл буйына үҙегеҙҙе һау-сәләмәт тойорға ярҙам итә, тиҙәр.
Читайте нас: