Бөтә яңылыҡтар

Мең дә бер кәңәш

Мин оҙаҡ ваҡыт һөйәк сире менән яфаланам. Табиптар «ревматоидлы артрит» диагнозы ҡуйҙы. Ауыртыуҙан арыныу өсөн бик күп рецепт ҡулландым. Ләкин уларҙың береһе генә ысынлап та ярҙам итте. Ул ауыртыуҙы ла бөтөрҙө, быуындағы тоҙ йыйылыуын да туҡтатты. Рецебын башҡаларға ла тәҡдим итәм.Бер тауыҡ йомортҡаһы алығыҙ. Уны туҡығыҙ, ике ҡалаҡ көнбағыш майы өҫтәгеҙ, тағы туҡығыҙ һәм туҡыуҙы дауам итеп, ҡатнашмаға ике ҡалаҡ һеркә эссенцияһы өҫтәгеҙ. Барлыҡҡа килгән ҡатнашманы Һыуытҡыста һаҡлағыҙ, һыҙлаған быуынға көнөнә 3-4 тапҡыр һылағыҙ. Сир тыныуға бальзамды аҙнаһына бер-ике тапҡыр, ауыртыуҙар булғанда ғына ҡулланығыҙ. Шуныһы һәйбәт: ул тирене һис тә яндырмай.Ә. СӘЛИХОВА.

Мин оҙаҡ ваҡыт һөйәк сире менән яфаланам. Табиптар «ревматоидлы артрит» диагнозы ҡуйҙы. Ауыртыуҙан арыныу өсөн бик күп рецепт ҡулландым. Ләкин уларҙың береһе генә ысынлап та ярҙам итте. Ул ауыртыуҙы ла бөтөрҙө, быуындағы тоҙ йыйылыуын да туҡтатты. Рецебын башҡаларға ла тәҡдим итәм.
Бер тауыҡ йомортҡаһы алығыҙ. Уны туҡығыҙ, ике ҡалаҡ көнбағыш майы өҫтәгеҙ, тағы туҡығыҙ һәм туҡыуҙы дауам итеп, ҡатнашмаға ике ҡалаҡ һеркә эссенцияһы өҫтәгеҙ. Барлыҡҡа килгән ҡатнашманы Һыуытҡыста һаҡлағыҙ, һыҙлаған быуынға көнөнә 3-4 тапҡыр һылағыҙ. Сир тыныуға бальзамды аҙнаһына бер-ике тапҡыр, ауыртыуҙар булғанда ғына ҡулланығыҙ. Шуныһы һәйбәт: ул тирене һис тә яндырмай.
Ә. СӘЛИХОВА.
Читайте нас: