"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

#ТөшкөАш Тиҙ әҙерләнә торған файҙалы салат

Витаминға бай, файҙалы салат рецебы.

Витаминға бай, файҙалы салат рецебы.


Салат өсөн ике сөгөлдөр, грек сәтләүеге, анар (гранат) емештәре, ике тырнаҡ һарымһаҡ, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1/4 сәй ҡалағы хмели-сунели тәмләткесе, тоҙ кәрәк.

Башта сөгөлдөрҙө бешереп әрсейбеҙ. Эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Шунан ҡаймаҡ өҫтәп тоҙлайбыҙ. Грек сәтләүеген табала йәки мейестә киптереп, ваҡлап, сөгөлдөргә өҫтәйбеҙ. Ә һарымһаҡты иҙеп салатҡа һалабыҙ. Хмели-сунели тәмләткесе һибәбеҙ ҙә һәйбәтләп болғатабыҙ.

Салат һауытына бушатабыҙ ҙа, анар емештәре, грек сәтләүеге менән биҙәп, өҫтәлгә бирергә мөмкин. Бер нисә сәғәт һыуытҡыста тотоп ашаһаң, бигерәк тә тәмле була.

Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Читайте нас: