Бөтә яңылыҡтар

14 ноябрь – Халыҡ-ара логопедтар көнө

Ул табип та, психолог таКескәй сағынан һәр баланың тиерлек һөйләмендә кәмселек була. Берәүҙәрҙә был етешһеҙлек 7-8 йәшкә ҡәҙәр үҙенән-үҙе бөтһә, икенселәренә логопед ярҙамы кәрәк. Телмәрҙәге кәмселектәр менән көрәшеүсе һөнәр эйәләре – логопедтар бөгөн күп кенә мәктәпкәсә белем биреү йорттарында, мәктәптәрҙә бар. Әлбиттә, логопед, үҙ өлкәһендә яҡшы белгес булыуҙан тыш, табип та, психолог та, педагог та булырға тейеш. Һүҙем инде туғыҙ йыл ошо өлкәлә эшләгән “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Зөһрә Усман ҡыҙы Ханнанова тураһында булыр. Тәжрибәле юғары категориялы логопед Зөһрә Усман ҡыҙы тураһында статья менән сайтта танышырһығыҙ.

Ул табип та, психолог та
Кескәй сағынан һәр баланың тиерлек һөйләмендә кәмселек була. Берәүҙәрҙә был етешһеҙлек 7-8 йәшкә ҡәҙәр үҙенән-үҙе бөтһә, икенселәренә логопед ярҙамы кәрәк. Телмәрҙәге кәмселектәр менән көрәшеүсе һөнәр эйәләре – логопедтар бөгөн күп кенә мәктәпкәсә белем биреү йорттарында, мәктәптәрҙә бар. Әлбиттә, логопед, үҙ өлкәһендә яҡшы белгес булыуҙан тыш, табип та, психолог та, педагог та булырға тейеш.
Һүҙем инде туғыҙ йыл ошо өлкәлә эшләгән “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Зөһрә Усман ҡыҙы Ханнанова тураһында булыр. 1996 йылда Стәрлетамаҡта рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай, шул уҡ йылда өҫтәмә белем биреү факультетына уҡырға инә һәм логопед һөнәренә эйә була. Хеҙмәт эшмәкәрлегенең һигеҙ йылын балалар уҡытыуға бағышлай, ЗАГС-та ла эшләп ала. Ә әлеге һөнәре уның күңеленә ята, бер ҙә ошо юлдан китеүенә үкенмәй.
“Кескәйҙәр менән эшләү шул тиклем оҡшай. 35 минутлыҡ дәрестә һәр береһе менән шәхсән шөғөлләнәм. Һәм эшем һөҙөмтәләрен бирә: балаларҙың телдәре асыла, артикуляцион ҡоролош яҡшыра, үҙгәрә. Кемгәлер был күнегеүҙәр еңел бирелә, ҡайһы берәүҙәренә ауырыраҡ, – тип эше тураһында һөйләй Зөһрә Усман ҡыҙы. – Һәр балаға шәхси ҡараш, коррекциялау алымдары кәрәк. Өндәр килеп сыҡмаған осраҡта медиктарға ла рекомендациялар бирәбеҙ, мәҫәлән, ортодонт, лор, теш врачына һ.б.”
Юғары категориялы белгес эш тәжрибәһе менән дә бүлешеп китте: “Бер баланың тын алыуы дөрөҫ түгел, өндәре дөрөҫ сыҡмай. Әсәһенә лорға мөрәжәғәт итергә тәҡдим иттем. Баланың танауында полип булған, һуңлап булһа ла операцияға барҙылар. Әсәһе килеп рәхмәт әйтте. Әле телмәрендәге үҙгәрештәр тик яҡшы яҡҡа ғына.
Ҡайһы бер балаларға ортодонтҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәм. Сөнки хәҙерге балалар имеҙлекте оҙаҡ имәләр, ҡаты ризыҡ ашамайҙар, һөҙөмтәлә яңаҡтары, теш формалары, уларҙың урынлашыуы дөрөҫ формалашмай. Тештәрен турайтып, кемгәлер пластина, кемгәле брикет ҡуйғандан һуң, артикуляцион ҡоролош яҡшыра, эстетик яҡтан да һиҙелерлек үҙгәрештәр була.
Балалар баҡсаһына йөрөгән балаларға диагностика эшләнә, улар менән логопед ҡына түгел, психолог та шөғөлләнә. Күпселек осраҡта телмәрҙәге кәмселекте тыуҙырыуҙа психологик һәм физиологик проблема сәбәпсе була. Күп балалар аналыҡта ятҡанда әсәләре стресс кисерә, улар менән бергә яралғы ла; тағы ла хәҙер сабыйҙар донъяға ауырлыҡ менән киләләр – уларҙың телдәре оҙаҡ асылмай. Һәм беҙ неврологҡа барырға тәҡдим итәбеҙ. Ҡайһы бер осраҡта табип яҙған бер курс дауа алыу ҙа етә, баланың телмәрендә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә”.
Зөһрә Усман ҡыҙы үҙ өҫтөндә эшләп, белемен камиллаштырып тора. Элек курстарҙы ҡалаға барып үтергә тура килһә, әле дистанцион ғына уҡыйҙар.
Балалар менән эшләй торған башҡа һөнәр эйәләре кеүек үк түҙемлек, мәрхәмәтлелек, аралашырға яратыу, яуаплылыҡ кеүек сифаттар ҙа кәрәк уҡытыусы-логопедҡа. Ошо сифаттарҙы үҙендә туплаған Зөһрә Ханнанованы, шулай уҡ районыбыҙҙың барлыҡ логопедтарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: