Бөтә яңылыҡтар

Атамаһы татлы ла ул...

Шәкәр диабетының теләһә ҡайһы йәштә килеп сығыуы ихтимал. Шулай ҙа йышыраҡ ололар ауырый. Уның менән яфаланыусылар йыл һайын арта бара.

14 ноябрь – Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнө
Шәкәр диабетының теләһә ҡайһы йәштә килеп сығыуы ихтимал. Шулай ҙа йышыраҡ ололар ауырый. Уның менән яфаланыусылар йыл һайын арта бара.
«Саманан тыш күп ашау, организмға физик эш, көсөргәнеш етмәүе, өйҙәге һәм эштәге күңелһеҙ хәлдәр шәкәр диабетының төп сәбәпселәре булыуына шигем юҡ. Ген кодтары менән программаға һалынған организмдағы матдәләр алмашыныуы, атап әйткәндә, углеводтар, һуңынан майҙар һәм аҡһымдарҙың әйләнеше тиккә генә боҙолмай. Тап ошо тайпылыштарға бәйле лә инде шәкәр диабеты», – тип яҙып ҡалдырған академик Н. Амосов.
Билдәләре
Шәкәр диабетының төп билдәләре – ауыҙҙың ҡороуы, һыуға сарсау, хәлһеҙлек, хәтерҙең һәм иғтибарҙың насарайыуы, тиҙ ҡуҙғыу. Ҡанда күпләп тупланған глюкозаны организм һейҙек аша тиҙерәк сығарырға ынтыла һәм шуға ла кешенең был осорҙа һыу эсеү теләге йыш уяна. Һейҙек күләме тәүлегенә ғәҙәттәгегә ҡарағанда ике тапҡырға арта. Йыш ҡына һейҙек менән бергә организмға бик кәрәкле хлор, азот, фосфор, кальций кеүек микроэлементтар ҙа сығарып ташлана. Был ваҡытта күҙәнәктәр ҙә глюкозаны тейешле кимәлдә алып етмәй.
Сирлеләрҙә гел аслыҡ тойғоһо уяна, күптәре һимерә, ҡайһы берҙәре, киреһенсә, ябыға. Йыш ҡына артерияларҙағы ҡан йөрөшө боҙолоуы тромбозға, гангренаға килтереүе ихтимал, шулай уҡ тән тиреһе үҙгәрә, йәрәхәттәр оҙаҡ уңала, тән түҙә алмаҫлыҡ булып ҡысыта, күреү һәләте кәмей, ҡайһы саҡта бөтөнләй һуҡырайыу ҙа мөмкин.
Төрҙәре
Диабет организмға ҡарата йоғонтоһо буйынса өс баҫҡысҡа бүленә. Беренсе стадияла ҡандағы шәкәр кимәле 140 мг%-тан артмай. Эшкә яраҡлылыҡты бер ниндәй дарыуҙарһыҙ, тик диета менән генә һаҡларға ла мөмкин.
Икенсе стадияла ҡандағы шәкәр 220 мг%-ҡа етә. Инсулин етешмәүен аҙ дозалағы дарыуҙар һәм диета менән тулыландырырға була.
Өсөнсө стадияла ҡандағы шәкәр кимәле 220 мг% артып китә. Ҡаты диабет йыш ҡына бөйөрҙәрҙең, күҙҙәрҙең, артерияларҙың эшмәкәрлеге ҡатмарлашыуы менән оҙатыла һәм күп миҡдарҙа инсулин талап итә.
Шәкәр диабетын ике төргә бүлеп йөрөтәләр: инсулиндан бойондороҡло (1-се тип) һәм инсулиндан бойондороҡһоҙ (2-се тип). Клиник йәһәттән улар икеһе лә оҡшаш, тик үтеү һыҙаттары һәм уларҙы дауалау ысулдары менән генә айырыла. Инсулинға буйһоноулы, йәғни үҫмер саҡтағы шәкәр диабеты, ҡағиҙә булараҡ, йәш саҡта барлыҡҡа килә һәм инсулин менән дауалауҙы талап итә. Был төр диабет күп осраҡта үҙен бик тиҙ һиҙҙертә, ҡапыл иҫ юғалтыуҙан башланыуы ла ихтимал. Беренсе билдәләренә төнөн һейҙек тотмау, аппетит булғанда ла ябығыу инә. Сир бик ауыр үтә. Йыш ҡына диабеттың был формаһы инфекция йәки психоэмоциональ йәрәхәттәр кисергәндән һуң барлыҡҡа килә.
Инсулиндан бойондороҡһоҙ йәки ололарҙың шәкәр диабеты 55 йәштән һуң үҫешә һәм йыш ҡына кеше һимерә башлай. Сирҙең билдәләре үҙен яй ғына һиҙҙерә. Бер нисә аҙнанан йәки айҙан һуң осраҡлы ғына асыҡланыуы ла ихтимал.
Дауалау
Шәкәр диабетын дауалау беренсе сиратта организмдағы сафтан сыҡҡан матдәләр алмашыныуы процесын яйға һалыуға йүнәлтелергә тейеш. Ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеү һәм һейҙек менән шәкәрҙең күпләп сығыуын туҡтатыуҙан дауалауҙың һөҙөмтәлелеге асыҡлана.
«Татлы» сирҙе дауалауҙа өс төп ысул бар: диета, инсулинһыҙ шәкәр кимәлен кәметеү терапияһы һәм инсулин терапияһы.
Диабет менән сирләүсе кешегә диета тотоу мотлаҡ. Принцип аңлайышлы – «насар янғас», углеводтар ҙа организмға кәмерәк инергә, тиҙ үҙләштерелә торған углеводтар туҡланыуҙан алып ташланырға тейеш. Икмәкте генә лә көнөнә 100 грамдан (көнөнә дүрткә бүлеп) арттырырға ярамай.
Күпселек диабетиктар һимереүгә дусар, шуға ла калорияларҙы сикләү ҙә ҡамасауламаҫ. Углеводтар араһынан рационда ауыр үҙләштерелеүсе сүслеләре күберәк булһа, эсәктә улар әкренерәк тарҡалыр һәм ҡанға ла углеводтар аҙлап ҡына инер.
Ғәҙәттә, диабетиктарға көнөнә бер килограмға яҡын йәшелсә ашарға кәңәш ителә. Кәбеҫтә, ҡыяр, помидор, япраҡлы салат, редис, ҡуҙғалаҡ, йәшел борсаҡ кеүек йәшелсәләрҙе ҡулланыу яҡшыға булыр. Картуф, сөгөлдөр, кишер ашап тороу ҙа ҡа-масауламаҫ. Сөнки уларҙа күҙәнәклектәрҙән башҡа тиҙ үҙләштерелеүсе углеводтар ҙа бар.
Витаминдарҙы ҡайтарыу өсөн сирлеләргә һыра һәм дарыу әсеткеләрен (В витамины), гөлйемеш ҡайнатмаһын (С һәм А витаминдары) тәғәйенләйҙәр. Кире йоғонтоһо күҙәтелмәһә, тәүлек рационына В витаминдарына бай булыусы арыш икмәген дә индерергә мөмкин. Емеш-еләктәр – витаминдар сығанағы. Әммә виноградтан, банандан, ер еләгенән һәм башҡа татлы емештәрҙән баш тартырға кәрәк.
Эремсек, тәрәс балығы, һоло ярмаһы, соя кеүек аҡһымдарға бай продукттар бик файҙалы. Ашҡаҙан һуты әселеге боҙолмағанда ҡатыҡ эсергә лә кәңәш ителә. Холестеринға бай аҙыҡтарҙы сикләргә тура килер, моғайын.
Л. Сарбаева, район дауаханаһының табип-эндокринологы.
Читайте нас: