Бөтә яңылыҡтар

Әсе булһа ла бик файҙалы

Һарымһаҡ – иҫ киткес үҙенсәлеккә эйә йәшелсә. Уның тураһында иң тәүге сығанаҡ – «Эбере Кодексы», египет папирусында (беҙҙең эраға тиклем 1550 йылда) сағылдырылған, һарымһаҡ дарыу булараҡ гипертония, атеросклероз, йөрәк ауырыуҙары, эндокрин система сирҙәрендә, тын юлы, тире, аш һеңдереү органдары, һалҡын тейеүҙән өҙлөккәндә һ.б. сирҙәрҙә үтә лә файҙалы. Бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Һарымһаҡ – иҫ киткес үҙенсәлеккә эйә йәшелсә. Уның тураһында иң тәүге сығанаҡ – «Эбере Кодексы», египет папирусында (беҙҙең эраға тиклем 1550 йылда) сағылдырылған, һарымһаҡ дарыу булараҡ гипертония, атеросклероз, йөрәк ауырыуҙары, эндокрин система сирҙәрендә, тын юлы, тире, аш һеңдереү органдары, һалҡын тейеүҙән өҙлөккәндә һ.б. сирҙәрҙә үтә лә файҙалы. Түбәндә бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Атеросклероздан: бер баш һарымһаҡты иҙгәндән һуң «Кагор «кеүек 0,7 %-лы виноға бутарға, бер аҙна ҡараңғы урында тоторға, даими һелкеп алырға. Ашар алдынан 1-2 аш ҡалағы менән көнөнә өс тапкыр ҡабул итергә.
Стенокардиянан: кәстрүлгә 0,5 л йәшелсәнән (кәбеҫтә, кишер, башлы һуған, сельдерей, ҡыҙыл сөгөлдөр, редис) әҙерләнгән бульонды ҡойорға. Уны ҡайнап сығыр алдынан һүндерергә. Өҫтөнә ҙур башлы һарымһаҡты һалырға, ябыҡ һауытта һүрән утта 15 минут бешерергә, ике тотам петрушка өҫтәргә һәм миксерменән пюре (шыйыҡ бутҡа) хәленә килтерергә. Шытҡан бойҙайҙы онтап, өҫтөнә һибергә һәм аҙыҡ менән бергә көн һайын ҡабул итергә.
Шәкәр диабетынан: 100 г иҙелгән һарымһаҡты 1 л ҡыҙыл вино өҫтөнә ҡойорға. Ике аҙна яҡты, йылы урында тоторға. Даими бутарға. Һөҙөп, һалҡында һаҡларға. Көнөнә өс тапҡыр 1-2 аш ҡалағы менән ашарҙан алда эсергә.
Ҡысынма, экзема, бәшмәк һәм башҡа тире ауырыуҙарынан: бер баш
һарымһаҡты иҙергә һәм 100 г һары май йәки иретелгән туңмай менән бутарға, ҡатнашманы тәнгә һөртөргә.
Читайте нас: