Бөтә яңылыҡтар

Тағы ла ҡорот хаҡында. Милли ризығыбыҙ тәнгә дауа

Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тигәндәй, мили ризығыбыҙҙың ни тиклем файҙалы икәнлеген тағы иҫкә төшөрөп алайыҡ әле.Башҡорттар элек-электән ҡоротло һурпаға өҫтөнлөк биргән. Йылҡы итенән бешерелгән бишбармаҡтан һуң ҡунаҡтарға һурпа бирелгән. Теләгәндәр уға йәшел һуған, ҡара борос өҫтәгән. Һурпа мотлаҡ ҡоротло булған. Уның һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын белгәндәрҙер. Ит менән һалманан һуң ҡоротло һурпа эсеү ашаған ризыҡты һеңдереү өсөн дә һәйбәт. Халыҡ ижадында уға бәйле мәҡәл-әйтемдәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, “Ите - иткә, һурпаһы - биткә”, “Һурпа эскән сирләмәҫ”, “Эс һурпаһын, ҡойма туртаһын”, “Һурпалыла - бер, өйрәлелә ике кис” һәм башҡалар.

Башҡорттар элек-электән ҡоротло һурпаға өҫтөнлөк биргән. Йылҡы итенән бешерелгән бишбармаҡтан һуң ҡунаҡтарға һурпа бирелгән. Теләгәндәр уға йәшел һуған, ҡара борос өҫтәгән. Һурпа мотлаҡ ҡоротло булған. Уның һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын белгәндәрҙер. Ит менән һалманан һуң ҡоротло һурпа эсеү ашаған ризыҡты һеңдереү өсөн дә һәйбәт. Халыҡ ижадында уға бәйле мәҡәл-әйтемдәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, “Ите - иткә, һурпаһы - биткә”, “Һурпа эскән сирләмәҫ”, “Эс һурпаһын, ҡойма туртаһын”, “Һурпалыла - бер, өйрәлелә ике кис” һәм башҡалар.
Ҡорот ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләүсе шифалы хәләл ризыҡ. Ул С витаминына һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай. Һыуыҡ тейгәндә ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һыры май ҡушып, ҡайнар һыуға һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп «һыуыҡты ҡыуып сығыра». Борон заманда сәс ебәк кеүек ялтырап торһон өсөн эркет һыуында йыуғандар.
Мәрйәм апай Бураҡаевның «Тормош һабаҡтары» дәреслегендә яҙылғанса, ҡоротто башҡорттар әллә ҡайһы замандарҙан бирле һыуыҡ тейеүҙән дә. эсәктәге паразит селәүсендәрҙе ҡыуыу өсөн дә, тамаҡҡа аш бармаған саҡта ла файҙаланғандар. Ҡайһы бер йәрәхәттәрҙе лә ҡорот менән ыуып дауалағандар. Эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәки эркет өҫтөндәге үңеҙ йә ҡаҫмаҡ һөртөп бөтөргәндәр. Ҡорт саҡҡан, йылан саҡҡан урынға ла, йәш баланың кендеге уңалмаһа ла ҡорот һөрткәндәр. Баланың ауыҙы ҡутырлаһа ла ҡорот һөртөп дауалағандар. Юҡҡа ғына ҡоротто «башҡорт пенициллины» тип әйтмәйҙәрҙер.
Ватсаптан килгән был мәғлүмәткә Хәмиҙә инәй Ейәнғолованың әйткәндәрен дә өҫтәге килә. Башҡорттарҙың аҡ ҡына бер нимә ашағанын күреп ҡалған да американдар, апҡайтып тикшереп ҡарағандар, шунан 95 процент ФЕСТАЛ, тигәндәр - тип ул гел һөйләй торғайны (урыны йәннәт түрендә булһын).
Читайте нас: