Хәҙерге заманда, тәмәке тартыу кешеләрҙең инвалид булып ҡалыуы, йә иһә ваҡытынан алда вафат булыу сәбәптәренең береһе.
Ҡатын-ҡыҙҙың тәмәке тартыуы бигерәктә ҙур хәүеф тыуҙыра:
– тәмәке төтөнө тын юлдарының, тамаҡ төбөнөң, йотҡолоҡ өҫтөнөң, боғарлаҡ, ҡурылдайҙың, үпкәнең лайлалы тиресәһе шешеүенә килтерә. Бронхиаль астма, үрге тын юлдарының хроник бронхиты, яман шеш ауырыуҙарының барлыҡҡа килеүе – ул тәмәке тартыусы ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы.
Тәмәке төтөнөндәге никотин һәм башҡа ағыулы матдәләр аш һеңдереү, ашҡаҙан-эсәк ағзаларын да зарарлай.
Тәмәке тартыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала тыуҙырыу функцияһы боҙола һәм үле бала тыуҙырыу хәүефе биш тапҡырға арта.
Тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте лә үҙгәрә – бит тиреһе һарғайып, бик иртә ҡартая.
Спорт, сәйәхәт менән шөғөлләнеү, ә иң мөһиме һау, матур һәм бойондороҡһоҙ булыу теләктәре насар ғәҙәттәрҙән, тәмәкенән ҡотолорға ярҙам итерҙәр.
Тыуасаҡ балаларығыҙҙың һау-сәләмәт киләсәген һайлағыҙ!