Бөтә яңылыҡтар

Газлы һыуҙар нимәһе менән зыянлы

Пепси-кола, кока-кола, фанта кеүек газлы һыуҙарҙың зыянлы икəнен барыбыҙ ҙа белə. Зыяны нимəлə – бына быныһын инде барыһы ла белеп бөтмəйҙер.

Пепси-кола, кока-кола, фанта кеүек газлы һыуҙарҙың зыянлы икəнен барыбыҙ ҙа белə. Зыяны нимəлə – бына быныһын инде барыһы ла белеп бөтмəйҙер.
Беренсенəн, шəкəре күп, ə белеүебеҙсə, ул ҡанда глюкоза кимəлен күтəреп, диабетҡа һəм һимереүгə килтереүе мөмкин. Эш унда ғына ла түгел, эсемлеккə ҡушылған тəмлəткестəрҙə. Улар организмда һыуҙы тотҡарлай һəм шешенеүгə килтерə. Бынан тыш, аш эшкəртеү процесына кире йоғонто яһай. Шунлыҡтан диетологтар, шəкəрле газлы эсемлектəр менән мауыҡмаҫҡа, ябай һыуға һəм тəбиғи һуттарға өҫтөнлөк бирергə тәҡдим итә.
Ғалимдар газлы һыуҙы даими эсеү ҡан баҫымы күтәрелеү һәм мейегә ҡан һауыу хәүефен арттыра тигән һығымтаға килгән. Көньяҡ Африка Республикаһының Стелленбос университеты тикшереүҙәр уҙғарған, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.
Медицина хеҙмәткәрҙәре аҙнаһына биш тапҡырҙан күберәк газлы һыуҙы эскән кешеләрҙең торошон күҙәткән. Һөҙөмтәлә уларҙың күбеһендә диабет, юғары ҡан баҫымы һәм һимереүгә килтереүсе метаболлик синдром асыҡланған.
0,33 литр күләмле газлы һыуҙа 39 грамм самаһы шәкәр бар, ул көндөҙгө норманан 14 грамға күберәк.
Читайте нас: