Бөтә яңылыҡтар

#аш-һыу Ҡабаҡ һуты

Төркөмдәшебеҙ Фахерниса Маркабаева бик тәмле ҡабаҡ һуты эшләргә тәҡдим итә.Кәрәк була: 4 кг ҡабаҡ (ҡабығы таҙартылған, орлоҡтары, эсендәге йомшаҡтары алынған), 3-4 әфлисун, 1 лимон, 600-700 гр шәкәр ҡомо.Әҙерләү:Таҙартылған ҡабаҡты уртаса ҙурлыҡта киҫәктәргә бүләбеҙ,

Кәрәк була: 4 кг ҡабаҡ (ҡабығы таҙартылған, орлоҡтары, эсендәге йомшаҡтары алынған), 3-4 әфлисун, 1 лимон, 600-700 гр шәкәр ҡомо. 9-10 литр әҙер һут сығасаҡ.
Әҙерләү:
Таҙартылған ҡабаҡты уртаса ҙурлыҡта киҫәктәргә бүләбеҙ, эмалле кәстрүлгә һалабыҙ. Ҡабаҡтарҙың өҫтө күмелерлек итеп һалҡын һыу ҡоябыҙ һәм ҡайнатып сығарабыҙ. Лимон һәм әфлисундарҙы дүрт өлөшкә бүләбеҙ, орлоҡтарынан таҙартып, һыуын һығабыҙ. Һыуын да, ҡабыҡ өлөшөн дә ҡабаҡлы массаға һалабыҙ һәм ҡабаҡ киҫәктәре йомшарғансы бешерәбеҙ. Әфлисун ҡабыҡтарын алабыҙ. Бер аҙ һыуына төшкәс, ҡабаҡ массаһын блендер менән пюре барлыҡҡа килгәнсе иҙәбеҙ. Массаны ҡайнап торған һыу һалып бер аҙ шыйыҡлайбыҙ, шәкәр ҡомо, лимон кислотаһын һалып, тағын ҡайнатып сығарабыҙ, хасил булған күбектәрҙе йыйып алабыҙ. Тәмен татып ҡарап, шәкәрҙе һәм лимон кислотаһын үҙегеҙгә оҡшағанса күберәк йә әҙерәк һалырға була. Шыйыҡлар өсөн һыу түгел, ә “Добрый”ҙың ике литрлы әҙер әфлисун һутын һалырға мөмкин. Һут яһағанда кәстрүлдең ҙурырағын алырға кәрәк, 12 литрлы булһа, яҡшыраҡ.
Әҙер һутты стерилләнгән быяла шешә-банкаларга һалып, тимер ҡапҡас менән ябырға.
Читайте нас: