Өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә йыш ҡына хәтере юҡлығына зарлана. Кемдер сәбәбен мәғлүмәт ағымының көслө булыуынан, кемдер йод етешмәүҙән, кемдер аҡыллы китаптар уҡымай, телевизор-компьютерға текләп ултырыуҙан күрә.
Ни булһа ла, хәтерҙе күнектерергә, яҡшыртырға мөмкин. Беренсенән, башватҡыстар, шахмат мәсьәләләре, кроссворд-сканвордтар сисеп, шиғыр ятлап. Икенсенән, “аҡыллы ризыҡтар” ашап.
Мәҫәлән, мүк еләге. Унда антиоксиданттар күп. Улар - атеросклероз ауырыуына ҡаршы һәйбәт сара. Тимәк, баш мейеһен ҡан менән тәьмин итеүсе тамырҙар һығылмалы булып ҡаласаҡ.
Көртмәле лә шундай уҡ сифаттарға эйә. Бынан тыш, күҙҙәр үткерлеген, ҡолаҡтар һаҡлығын да ҡайғырта.
Сөгөлдөр менән кәбеҫтә Альмцгеймер (ҡартлыҡ аҡылһыҙлығы) сирен барлыҡҡа килтереүсе ферменттарҙы юҡҡа сығарыусы матдәләргә бай.
Һимеҙ диңгеҙ балыҡтарындағы майлы кислоталар баш мейеһендәге матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Ә фосфор туҡымаларға кислород үтеп инеүенә булышлыҡ итә.