Һалҡын, еүеш көндәрҙә айырыуса тиҙ сирләйбеҙ. Тын алыуы ауырлаша, йүтәл баҫа. Тамаҡ шешеп, тән температураһы күтәрелеүсән. Сирҙең ағышын еңеләйтеү өсөн йүткереүҙән ҡотолоу сараларын ҡулланырға кәрәк. «Лечебный травник» гәзитендә баҫылған һуған менән дауаланыу ысулдарын тәҡдим итәбеҙ:
500 г башлы һуғанды таҙартырға, 2 аш ҡалағы бал, 400 г шәкәр ҡомо өҫтәргә һәм һүрән утта 1 л һыуҙа 3 сәғәт бешерергә. Һуңынан һыуытып, һөҙөп алырға. Һыуытҡыста ныҡлы ябылған һауытта һаҡларға. Көслө йүткергәндә көнөнә 4-6 тапҡыр 1 аш ҡалағы йылытып эсергә.
Көслө йүтәлләгәндә һары майҙа ҡурылған һәм бал менән буталған һуғанды ашау файҙалы.
3. Йүтәл быуһа шешәгә иҙелгән һуғанды тултырып, ябырға. Шешәнең тышын ҡамыр менән ҡуйы итеп һыларға һәм духовкаға ҡуйырға. Тышы бешеү менән духовканы һүндерергә, һыуынғанын көтөргә, һуңынан ҡамырын айырып алырға һәм шешәне асырға. Был ысул менән сабыйҙарҙы ла дауалап була. Бының өсөн 0,5 сәй ҡалағы менән шешә эсендәге һутты бирергә. Ул гриптан да ярҙам итә. Өлкәндәргә ашағандан һуң көнөнә 3-4 тапкыр 2 аш ҡалағы ҡабул итергә.