Бөтә яңылыҡтар

Үлемесле сирҙән ары тороғоҙ

26 июль - Халыҡ-ара наркотиктар ҡулланыуға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө Наркомания йәмғиәттебеҙҙең, наркотикһыҙ йәшәй алмаған кешенең, уның ғаиләһенең һәм дуҫтарының етди проблемаһы булып ҡала. Белгестәр уны ауырлыҡ дәрәжәһе һәм үлем кимәле буйынса яман шеш ауырыуҙарына тиңләй. Әгәр ҙә наркомания цивилизациялы донъяла һаман да проблема булып ҡала икән, һәр беребеҙгә уның тураһында мөмкин тиклем күберәк белергә кәрәк.

26 июль - Халыҡ-ара наркотиктар ҡулланыуға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө

Наркомания йәмғиәттебеҙҙең, наркотикһыҙ йәшәй алмаған кешенең, уның ғаиләһенең һәм дуҫтарының етди проблемаһы булып ҡала. Белгестәр уны ауырлыҡ дәрәжәһе һәм үлем кимәле буйынса яман шеш ауырыуҙарына тиңләй. Әгәр ҙә наркомания цивилизациялы донъяла һаман да проблема булып ҡала икән, һәр беребеҙгә уның тураһында мөмкин тиклем күберәк белергә кәрәк.
Нимә ул наркомания? "Нарке” боронғо грексанан "хәрәкәтһеҙ”, "аңһыҙ”, “ойоп ҡалыу” тигәнде аңлата.
Наркотиктарға балалар бик тиҙ өйрәнә, психик һәм физик бәйлелек барлыҡҡа килә. Нерв системаһы таушала, кеше хәлһеҙләнә, ул хатта, үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла мөмкин. Наркотик эйфорияһы 1-5 минут дауам итә. Аҙаҡ 2-3 сәғәт дауамында хәлһеҙләнеү, һаташыу күҙәтелә, йоҡо килә. Йоҡлағанда насар төштәр күрелә. Эйе, наркотик өс минутлыҡ рәхәтлек бирә, ләкин 20- 30 көндән наркоман уларҙан башҡа йәшәй алмай.
Кеше үҙ тәненә кейем ҡағылыуҙан, хатта тамырҙар тибешенән, хәрәкәттән ауыртыныу тоя башлай. Уның кәүҙәһе туҡтауһыҙ һыҙлап торған яраға әйләнә. Организм 10-12 сәғәт үтеү менән, яңынан наркотик һорай. 2 йылдан был кеше тулыһынса зәғифкә әйләнә: тиреһе һарғая, һөйәктәре һыныусан була, сәсе ҡойола, аҡылы зәғифләнә, тойғолар, ҡыҙыҡһыныуҙар юғала, хәтер насарая. Наркотикҡа күнеккән организм уға ҙур ихтыяж кисерә, уны ҡәнәғәтләндереү өсөн кеше алдашыуға, урлашыуға, хатта үлтереүгә барып етергә мөмкин, уның уйында ни бары наркотик табыу ғына була. Наркоман энә ҡаҙаһа йәки дарыу ҡабул итһә, асығып, икмәк һынығы тапҡан кеше кеүек ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙен тормоштоң башҡа шатлыҡтарынан мәхрүм итә һәм йәшләй генә ғазаплы үлемгә табан тәүге аҙым яһауын аңламай.
Кешегә шундай ғазаптар килтереүенә ҡарамаҫтан, наркомания ни өсөн тарала һуң? Ни өсөн кешеләр наркоманға әйләнә? Уларға наркотик ҡабул итергә кем ҡуша һуң?
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙ, әлбиттә, кешеләрҙе көслөк менән наркоман итеүҙәрен белмәйһегеҙҙер. Наркотиктарҙың хаҡы бик ҡиммәт. Уны таратыусылар бынан бик ҙур килем ала. Бындай аҡсаны намыҫлы юл менән, ҡайҙалыр эшләп кенә алып булмай. Наркотик һатыусыларға һатып алыусылар, йәғни наркотиктарға өйрәнгән, бер доза өсөн әллә күпме аҡса бирергә лә әҙер булған бәхетһеҙ кешеләр кәрәк тә инде. Шуның өсөн дә тәүләп наркотик тәмләп ҡарай башлағандарға башта дозаны "Тәмләп кенә ҡара, был һәйбәт, күңелле, наркотиктар – ҡыйыуҙар өсөн, һин ҡурҡаҡ түгелме? Юҡ? Тимәк, тәмләп ҡара”, тип өгөтләп бушҡа тигәндәй бирәләр. Ә бит, киреһенсә, үҙ аҡылы менән йәшәгән, шикле компаниялар йоғонтоһона бирелмәй, улар ҡотҡоһонан баш тарта алған кешене ҡыйыу тип әйтергә мөмкин. Наркотик һатыусылар үҙ кешеләрен үҫмерҙәр компанияһына махсус рәүештә ебәрәләр, бер генә үҫмер булһа ла был үлемесле ағыуҙы тәмләп ҡараһын өсөн ҡыҙыҡтыралар, ҡурҡыталар. Беренсе дозаның үлемесле булып сығыу ихтималлығы ла бар. Наркотиктың һәр кемдең организмына нисек тәьҫир иткәнен бер кем дә белмәй. Кемдер уны бер тапҡыр тәмләп ҡараған – бер ни булмаған, ә кемдер тәмләп ҡарай һәм юҡҡа сыға – упҡынға оса. Наркотик әллә күпме иң аҡыллы, иң көслө ихтыярлы кешеләрҙе үлемгә дусар итте. Әгәр ҙә кеше үҙ теләге менән наркотик ләззәтенән ҡотолорға теләмәй, йәғни унда ихтыяр көсө юҡ икән, табип ҡына уны ҡотҡара алмаясаҡ. Наркомания СПИД, гепатит һәм башҡа ҡаты сирҙәр проблемаһы менән тығыҙ бәйләнгән.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк, әгәр ҙә һеҙгә порошок һалынған бәләкәй генә төргәк биреп, шуны кемгәлер тапшырыуҙы һораһалар, ә һуңынан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләкһәгеҙ, һеҙгә ҡулға алыу, суд, төрмә янай. Был атай-әсәйегеҙ, яҡындарығыҙ өсөн оло ҡайғы булыуын онотмағыҙ. Шуның өсөн бер ваҡытта ла, бер ниндәй өгөт-нәсихәткә ҡарамаҫтан, ҡулығыҙға наркотик алмағыҙ!
Наркотиктарҙан һаҡланығыҙ! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, наркомания – татлы шөғөл, шаярыу, компанияла күңелле ваҡыт уҙғарыу түгел, ә сир. Дауалай алмаҫтай, ҡурҡыныс, ғазаплы, үлемесле сир. Иң ҡурҡынысы шунан ғибәрәт: кеше нимә эшләгәнен үҙе белмәй, ҡылыҡтары өсөн яуап бирә алмай. Шуға ла һеҙ "тәмләп ҡарамаҫҡа һәм ҡағылмаҫҡа!” тигән һүҙҙәрҙе һәр саҡ иҫегеҙҙә тоторға тейешһегеҙ.
Читайте нас