Бөтә яңылыҡтар

Байрам ялдары башланып ҡына тора. Улар юғалтыуһыҙ, фажиғәһеҙ үтһен. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Ҡот осҡос янғындар тураһында мәғлүмәттәр киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртылһа ла, әллә күпме иҫкәртеү һәм хәүефһеҙлек саралары күрелһә лә, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан 10 ғинуарға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле лә янып үлгәндәр кәмемәй – 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарата ла фажиғәле тамамланған осраҡтар теркәлде.

Ҡот осҡос янғындар тураһында мәғлүмәттәр киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртылһа ла, әллә күпме иҫкәртеү һәм хәүефһеҙлек саралары күрелһә лә, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан 10 ғинуарға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле лә янып үлгәндәр кәмемәй – 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарата ла фажиғәле тамамланған осраҡтар теркәлде.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо ваҡыт арауығында – бер тәүлектә Өфө һәм Салауат ҡалаларында, Күгәрсен һәм Шишмә райондарында тағы ла биш кешенең ғүмере өҙөлгән, вафат булғандар - 57 йәштән 80 йәшкә тиклемге граждандар.
31 декабрҙә 11.31 сәғәттә Күмертау ҡалаһындағы Шахта төҙөүселәре урамында күп фатирлы йорттағы бер бүлмәле фатирҙа ут сыға. Ҡотҡарыусылар хеҙмәте йорттан 125 кеше эвакуациялай, һигеҙ кеше үҙе сыға. Янғында 1938 йылғы ир зыян күрә, ул дауаханаға оҙатылған.
Ошо уҡ көндө 13.51 сәғәттә Өфөнөң Кремль урамында күп фатирлы йортта янғын сыға. Бында бер бүлмәле фатир яна. Ҡотҡарыу эштәре барышында 10 кеше эвакуациялана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был янғында 1960 йылғы ирҙең ғүмере өҙөлә.
16.50 сәғәттә Шишмә районының Һабыр ауылында 3х6 метр үлсәмле вагон яна. Уты һүндергәндән һуң унда 1963 йылғы ирҙең үле кәүҙәһе табыла.
Йыkдың һуңғы көнөндә Күгәрсен районының Бикбулат ауылында ла бер фажиғә теркәлә. Киске 20.23 сәғәттә ауылдың Ғафури урамында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр. 5х6 метр үлсәмле өйҙәге утты һүндергәс, унда 1940 йылғы ирҙең мәйете табыла.
Яңы йылдың тәүге сәғәттәрендә лә Салауат ҡалаһы янғын һүндереүселәре өсөн тыныс булмай – 1 ғинурҙа 03.44 сәғәттә ҡаланың Октябрь урамында күп фатирлы йортта ут сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Тәүге бүлексә килгән ваҡытта йортто ҡуйы төтөн баҫҡан була. Ҡотҡарыусылар баҫҡыс маршы буйынса ун кешене сығара, бишәү эвакуациялана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында 1963 йылғы ирҙең ғүмере өҙөлә.
Бөгөн төндә 04.53 сәғәттә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Шишмә районы Шишмә ауылындағы Ленин урамында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар килеүгә 5х6 метр үлсәмендәге йортто ут ялмап алған була. Был фажиғәлә 1931 йылғы ҡатын зыян күрә, уны дауаханаға оҙаталар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында 1958 йылғы ирҙең ғүмере өҙөлә.
Кеше ғүмерен алып киткән һәр осраҡ буйынса тикшереү-оператив төркөмдәр эшләй, улар үлем осрағының сәбәптәрен асыҡлай.
"Хөрмәтле республика халҡы! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Тәмәке төпсөгөн һүндерергә онотмағыҙ, ут менән һаҡ эш итегеҙ. Мейес һәм газ ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ. Байрам ялдары башланып ҡына тора. Улар юғалтыуһыҙ, фажиғәһеҙ үтһен. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!" – тип иҫкәртәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
"Башкортостан"газетынан.
Читайте нас: