Аяҡ өшөүҙөң төп сәбәбе – кешенең йәшендә. Олоғайған һайын организмдағы процестар яйыраҡ бара, ҡан әйләнеше боҙола, бигерәк тә ваҡ тамырҙарҙа һәм капиллярҙарҙа. Шуға ла тап тәндең остары – ҡул суғы, аяҡ табандары өшөй башлай. Унда тире аҫтында була торған май ҡатламы ла юҡ тиерлек. Әммә был тороштоң башҡа мөһим сәбәптәре лә булыуы бар. Мәҫәлән:
Атеросклероз. Әгәр ҡан тамырҙары холестерин өлөшсәләре менән тулһа, ҡан тәндең төрлө өлөштәренә насар барып етә.
Гипотериоз. Әгәр ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге түбәнәйә икән, аяҡ табаны өшөүгә хәлһеҙлек, баш әйләнеүе, йөрәк ҡағыуы, йоҡомһорау, шешенеү ҙә ҡушыла.
Тимер дефициты анемияһы. Ул саҡта аяҡ өшөүгә сәстәр тоноҡланыуы, тырнаҡтар һыныуы, арығанлыҡ ҡушыласаҡ.
Йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоу. Әгәр ул тулы көсөнә эшләй алмаһа, ҡанды тотош организм буйынса ҡыуыуы ауырлаша. Бында аяҡтарҙың һалҡынлығы тын тотолоу, гипертония, күкрәк тәңгәле ауыртыуы менән бергә тойоласаҡ.
Шәкәр диабеты. Был сир ҡан тамырҙарының нәҙегәйеүенә, йоҡарыуына килтерә, тромбтар хасил була.
Веналарҙың варикоз киңәйеүе. Был сиргә дусар булһағыҙ, аяҡтар, өшөүҙән тыш, ауыртасаҡ һәм шешеп тә торасаҡ.
Вегетососуд дистонияһы. Был осраҡта ҡан тамырҙары тышҡы үҙәгәрештәргә яраҡлашып өлгөрмәй, капиллярҙар яйыраҡ киңәйә һәм тарая. Һөҙөмтәлә спазм барлыҡҡа килә һәм аяҡ-ҡул өшөй.
Былар – аяҡ-ҡул өшөүҙөң иң таралған сәбәптәре генә. Шуға ла, проблема хасил булһа, мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә, ҡанға биохимик анализ тапшырырға, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген тикшерергә, йөрәк торошон баһаларға кәрәк.
Әлбиттә, сәбәбе асыҡланғас, тап шул сирҙән дауаланырға кәрәк. Әгәр ҙә табиптар үрҙә телгә алынған сәбәптәрҙе билдәләмәһә, ҡул аҫтындағы саралар менән аяҡ-ҡулды йылытып ҡарағыҙ.
Ҡан әйләнеше яҡшырһын өсөн һеҙгә тырышырға тура киләсәк.
Тәмәкенән баш тартығыҙ. Никотин ҡан тамырҙарын тарайта, спазм барлыҡҡа килтерә, ҡан йөрөшөн насарайта. Тәмәке тромбозға дусар булғандар өсөн бигерәк тә зарарлы.
Мөмкин тиклем күберәк саф һауала йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә кәрәк. Хәрәкәт иткәндә, туҡымалар кислород менән тулыша, ҡан тамырҙары нығына, ҡан вена һәм артериялар буйлап шәберәк хәрәкәт итә.
Дөрөҫ туҡланыу хаҡында ла онотмағыҙ. Ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн калий, С витамины, тимер, рутин кәрәк. Ә ҡандағы зарарлы холестерин күләмен кәметеү һәм ҡан тамырҙарындағы зарарлы өлөшсәләр барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймау өсөн емеш-еләк, йәшелсәләр, майлы балыҡ ашарға кәрәк.
Сынығыуҙы ла онотмағыҙ. Бигерәк тә контрастлы душ, аяҡ өсөн ванналар файҙалы. Әммә иҫегеҙҙә тотоғоҙ: был ғәмәлдәр ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе булғанда ҡулланылырға тейеш түгел.
Мунса һәм сауна – ҡан тамырҙарын сыныҡтырыу өсөн ярайһы уҡ яҡшы күнекмә.
Әммә онотмағыҙ: йөрәк сирле кешеләргә, гипертония, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүенән йонсоғандарға сабынырға ярамай. Үтә йәш булғандар өсөн дә был ғәмәлдәр менән һаҡ булырға кәрәк. Ныҡ эҫе пар менән мауыҡмағыҙ - 60 градус самаһы етә.
Гел генә аяҡты аяҡҡа һалып ултырыу ҙа зыянлы. Был торош ҡандың яй әйләнеүенә килтерә. Ғөмүмән, һәр саҡ ултырғыста хәрәкәт итеп алырға онотмағыҙ, тән торошон үҙгәртегеҙ.
Даими рәүештә ҡаты таҫтамал, щетка ярҙамында табандарға массаж яһағыҙ, йәки ҡул менән ныҡ итеп ышҡығыҙ.
Һауа торошона ярашлы кейенергә тырышығыҙ. Аяҡтарығыҙ өшөһә, түҙмәгеҙ, йылы ойоҡ йә аяҡ кейеме кейегеҙ.
Иң аҙаҡтан өшөгән аяҡтар өсөн гимнастика тәҡдим итәбеҙ:
Ултырғысҡа ултырығыҙ. Ҡул-аяҡтарҙы алға һуҙығыҙ, бер-ике минут тирәһе табандарҙы, ҡул суҡтарын һелкетеп алығыҙ. Эсегеҙгә ятығыҙ, аяҡтарҙы тубыҡ тирәһендә бөгөгөҙ һәм тынысланып, ирәйеп тәнгә ял итергә бирегеҙ. Аяҡтар өҫтә торһон, бер аҙ болғап алырға була. Ваҡыты-ваҡыты менән осаларға тейеп алһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Ултырғысҡа ултырығыҙ, уң табанды һулы өҫтөнә ҡуйығыҙ. Һулын әкрен генә күтәрегеҙ, ә уңы менән ҡаршылыҡ күрһәтегеҙ. Быны ун тапҡыр эшләгеҙ, аҙаҡ аяҡтарҙы алмаштырығыҙ.
"БАшҡортостан" гәзитенән.