Быуындар һыҙлағанда бинтты эҫе һыуға манып, еңелсә һығып алғандан һуң бер нисә ҡат итеп бөкләргә. Өҫтөнә 1 бал ҡалағы желатинды һибергә. Ауыртҡан быуынға бинтты желатинлы яғы менән һалырға һәм өҫтөн пленка менән ҡаплап, йылы итеп уратып бәйләргә. Компресты төнгөлөккә ҡалдырырға. Был ысулды бер нисә тапкыр ҡабатлағанда, быуындарҙың, айырыуса тубыҡтарҙың һыҙлауы баҫыла. Әйткәндәй, желатин быуындар һығылмалығын тейешле кимәлдә тотоусы аминокислоталарға бай. Профилактика сараһы булараҡ, табиптар туҡланыуға «холодец»ты, желатинды йышыраҡ ҡулланырға кәрәклеген билдәйҙәр.