Үҙ йәшемдән ҡартыраҡ күренәм тип, килеш-килбәтен тәбиғәткә һылтай ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар. Ҡай ваҡыт үҙ-үҙебеҙҙе лә «ҡартайтабыҙ» икән дә. Олораҡ күренеүҙең сәбәптәрен билдәләп ҡуяйыҡ әле!
Йәш ҡыҙҙарҙың кәйефе һәр ваҡыт күтәренке була. Улар юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып көләләр, йылмаялар. Олоғая барған һайын, тормош проблемаларына күмелеп йылмайырға онота башлайбыҙ. Төрлө борсолоуҙар менән йәшәү тышҡы ҡиәфәтебеҙҙә лә сағыла башлай. Бәлки, еңелерәк ҡарарға өйрәнергәлер, ә? Ҡайһы бер әйберҙәр тураһында бөтөнләй уйламаҫҡа, борсолмаҫҡа... Их! Йәшлек хаҡына!
Күп ваҡытты өйҙә уҙғарабыҙ
Кофе, кино, дуҫтар менән осрашыу... Ҡыҙҙар ҡайҙа барһа ла ирекле инде ул.
Йәш барған һайын концерт-театрҙарға йөрөүҙәр – балалар баҡсаһы, мәктәп менән алышына.
Балаларҙы бағаһы, киске аш әҙерләйһе, дәрес ҡарашырға, ғаилә бюджетын нисек тултырыу тураһында уйҙар... Өйҙән сығып китеп, күңел асып ҡайтырға нисек ваҡыт табырға һуң? Эстәге еңеллек, азарт хтсен онота башлағас, тән дә ауырая.
Йәш барған һайын, модалағы үҙгәрештәр артынан күҙәтеп барырға йыбандыра башлай. Уңайлы булһа, шул еткән! Гардеробҡа яңылыҡ индерергә теләмәү ҙә – олоғайыу билдәһе. Моданы күҙәтәбеҙ, үҙебеҙгә килешле лә, уңайлы ла кейемдәр һайлап кейәбеҙ!
Яңыса биҙәнеп ҡарау, маңлай сәсен ҡырҡыу, кейем менән эксперименттар яһау... Ниңә генә был сифаттарҙың барыһын да йш ҡыҙҙар ғына ярата икән?!
Таҙарып, форманы юғалтыу бер кемде лә биҙәмәй. Тәндең артыҡ килограмдары һаулыҡ менән проблемалар килтереп сығара. Шуға күрә йәш ҡалыу өсөн, һылыу булырға, сәләмәт тормош алып барырға, рационды яйларға тиһәк, үҙен үҙгәртергә кемдәр теләр икән?
Күберәк уйлаған һайын, башыбыҙ аҫҡа табан эйелә бара икән беҙҙең. Уйҙар менән баш ауырая, шуға аҫҡа һалына. Башты күтәреп зәңгәр күккә күтәрелеп ҡарайык әле. Һуңғы тапҡыр ҡасан ғәжәпләнеп, ҡул сабып һөйөндөгөҙ, тирә-йүнгә ҡарап һоҡландығыҙ, йылмайҙығыҙ икән?!
Ҡаралмаған бит тиреһе, йыйырсыҡтар, буяуы бөткән сәс... Ҡартайыу процессын туҡтатып булмай, әммә тиҙлеген туҡтатып була. Йәш менән бәйле үҙгәрештәр күҙгә бәрелеп тормаһын тиһәгеҙ, һәр көндө үҙегеҙҙе ҡайғыртырға, яратырға кәрәк. Үҙ-үҙегеҙгә массаж яһарға өйрәнегеҙ. Һеҙҙең тирегә яраҡлы кремдар һайлағыҙ, бит тиреһен киптермәгеҙ,сәсегеҙҙе буяп йөрөргә онотмағыҙ.
Йөрәк һаман ун һигеҙҙә булғанда, йөҙөбөҙҙө йылмайыу биҙәгәндә йәшәрәбеҙ генә әле! Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт матур ул!!!